Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
21 Март 2018, 11:46

22 мартта Борайҙа фәнни-ғәмәли семинар ойошторола

Ойоштороу комитеты Борай кантонының 100 йыллығына әҙерлек барышын тикшерә. 22 мартта Борай район үҙәгендә тарихи ваҡиға уңайынан фәнни-ғәмәли семинар ойошторола.

Ойоштороу комитеты Борай кантонының 100 йыллығына әҙерлек барышын тикшерә. 22 мартта Борай район үҙәгендә тарихи ваҡиға уңайынан фәнни-ғәмәли семинар ойошторола. Сара сиктәрендә Борай ауылы мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙе ҡарау, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу, шулай уҡ 1918 йылдың мартында Борай башҡорт кантонын һәм Борай башҡорт милли шураһын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу планлаштырыла.
Өфөнән юбилей сараһында тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, билдәле сатирик шағир һәм яҙыусы Марсель Сәлимов һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.
Читайте нас: