«Алтын тирмә-2018» төбәк-ара милли театрҙар фестивале сиктәрендә Асҡын районы Мәҙәниәт йортоноң «Бүләк» халыҡ театры ауылдар буйлап гастролен башланы. Илсур Ғилфанов етәкселегендәге һәүәҫкәр артистар Гөлшат Зәйнәшеваның «Ғәйфи бабай, өйлән давай!» комедияһын ҡуя. Беренселәрҙән булып спектаклде Ҡубияҙ тамашасыһы ҡараны. Геройҙарҙың тапҡыр һүҙҙәре, ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуы менән берсә көлдөргән, берсә ололарҙың тыйнаҡ мөхәббәте, кеше күңеленең тәрәнлеге, тормош мәғәнәһе тураһында уйландырған әҫәр береһен дә битараф ҡалдырманы.
Ролдәрҙе Әғзәм Әйүпов (Ғәйфи бабай), Раушания Адыева (Зәкиә), Урал Мансуров (Рөстәм-Рустик), Айгөл Бариева (Маһинур-Маги), Мөршидә Хәсәнова (Наилә), Фәрбизә Сәрүәртдинова (Мәрйәм), Зилә Фәүзетдинова (Суфия) уйнай. Спектаклдең рәссамы — Айрат Усманов. Тауыш операторы — Иван Щербинин.