“Инеш”тә мәғариф, ветстанция һәм башҡа ойошма хеҙмәткәрҙәре лә, декрет ялында ултырыусы әсәйҙәр ҙә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Уларҙың барыһын да йыр-моңға, сәхнәгә һөйөү берләштерә. Ансамблдә ике — төп һәм әҙерлек төркөмө эшләй. Барыһы 30 кеше шөғөлләнә. Репертуарҙарында башҡорт, татар, рус халыҡ һәм эстрада йырҙары бар. Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә сығыш яһау теләге менән дә янып йәшәй “инеш”тәр. Әле ижади коллектив башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһап, отчет концертына әҙерләнә.