Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Ноябрь 2017, 13:57

Зөлфирә Хәбирова яратҡан эшенән сәм, көс ала

Бөрө ҡалаһын үҙ итеп, унда төпләнеп ҡалған таныштарым байтаҡ. Улар ҡалала мәртәбәле уҡытыусылар, абруйлы шәхестәр булып танылыу яулаған. Шундайҙарҙың береһе – китапханала библиограф булып эшләүсе Зөлфирә Рифғәт ҡыҙы Хәбирова.

Бөрө ҡалаһын үҙ итеп, унда төпләнеп ҡалған таныштарым байтаҡ. Улар ҡалала мәртәбәле уҡытыусылар, абруйлы шәхестәр булып танылыу яулаған. Шундайҙарҙың береһе – китапханала библиограф булып эшләүсе Зөлфирә Рифғәт ҡыҙы Хәбирова.
Зөлфирә Хәбирова Ҡариҙел районы Яҡуп ауылында тыуа. Тырыш, уңған ҡыҙ Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлағандан һуң, Иҫке Аҡбүләк, Хәлил ауылы мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Китап ене ҡағылған Зөлфирә Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. 1999 йылда уны тамамлағас, тыуған ауылына китапхана мөдире булып эшкә ҡайта.
Ә 2005 йылда ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһына күсеп киләләр. «Бөрө мине шул тиклем йылы ҡаршыланы, шуға ла ул миңә икенсе тыуған яғым кеүек. Эшем өсөн сәмде, көстө лә ошо ҡаланан һәм, әлбиттә, әҙәп, изгелек шишмәһе — әҙәбиәттән алам», – ти Зөлфирә Хәбирова. Ул 31-се һөнәрселек лицейында китапханасы булып эшләү менән бер рәттән башҡорт телен дә уҡыта. Тәүге ике йылда башҡорт телен бөтөнләй белмәгән уҡыусыларға дәүләт телен өйрәнеүҙең мөһим икәнлеген төшөндөрөү өсөн байтаҡ тир түгергә тура килә. Дәреслектәрҙең, методик әҙәбиәттең етешмәүе, уҡыусыларҙың телде аңламауы уҡытыуҙың яңы алымдарын һәм методтарын эҙләүгә килтерә. Балаларҙа туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында презентациялар, видеороликтар, электрон дәреслектәр һәм һүҙлектәр әҙерләү өсөн уҡытыусыға байтаҡ ваҡытын бүлергә тура килә. Һигеҙ йыл эсендә Зөлфирә Рифғәт ҡыҙы асыҡ дәрестәр ҙә күрһәтә, тел аҙналыҡтары ойоштора, рух менән һуғарылған төрлө саралар үткәрә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бөрө ҡалаһы китапханаһына библиограф булып күскәс тә үҙ булмышына тоғро ҡала. Уның эшмәкәрлегендә туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү беренсе урында тора. Мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары ижадына арналған кисәләр, әҙәби сәғәттәр үткәрә. Ҡала уҡытыусыларын яңы мәғлүмәттәр менән байытыу өҫтөндә лә эш алып бара: башҡорт телендә сценарийҙар яҙа, китап күргәҙмәләре әҙерләй, һуңғы йылдарҙа тәҡдим ителгән әҙәбиәттең исемлеген, белешмәләр төҙөй, юбилярҙарға бағышлап «Баязит Бикбайҙың күп яҡлы таланты», «Ниғмәтиҙең һүнмәҫ йөрәге» брошюраларын сығара. Бынан тыш, Нәжип Асанбаевтың тормош юлы һәм ижадына арналған видеопрезентация әҙерләй, халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшинға, Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышлап буклеттар эшләй. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тыуыуының 85 йылы айҡанлы «Ерҙе данлаусы халыҡ шағиры» поэзия сәғәте ҙур тулҡынланыу менән үтә. Башҡорт шағирҙарына арналған «Күңелем йәнә шиғриәт менән тулы» исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған «Хәтирәләр ҡулы үткән сал биттәрҙе битләй» заманса виртуаль китаптар күргәҙмәһен дә әҙерләй. Китапханаға килеүселәр Башҡортостандың йөҙ йыллығына «100 йыллыҡ тарих» тигән асыҡ китап күргәҙмәһе менән дә таныша ала.
Зөлфирә Хәбирова күңел биреп эшләгән видеопрезентациялар менән видеороликтар бөгөн Интернет селтәрен иңләй. «Был эштәрҙе бүлек мөдире Альбина Вафиева менән башҡарабыҙ. Ул йүнәлеш бирә, ярҙамлаша», — тип билдәләй ул.
Эйе, киң күңелле, алсаҡ Зөлфирә Рифғәт ҡыҙы һәр ваҡыт һөнәри оҫталығын камиллаштырыу юлында. Әүҙем тормош позицияһы менән йәшәүсе кеше булараҡ, башҡа мәктәп һәм ҡала китапханалары менән дә хеҙмәттәшлек итә.
Зөлфирә Хәбирова ғаиләлә әсәлек һәм ҡатын-ҡыҙ бәхетен тапҡан. Тормош иптәше Рафиҡ Нурлыхан улы менән ике ул үҫтергәндәр. «Ҡыҙҙарым булмаһа ла, килендәрем уңғанлыҡтары, ихласлыҡтары менән ҡыҙҙарым кеүек яраттырҙы. Иң мөһиме, кешелә күңел матурлығы бит», — ти ул.
Читайте нас: