Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
31 Октябрь 2017, 18:16

Магинск мәҙәниәт йортона — яңы костюмдар

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытырға ярҙам итә. Ошо проектта Ҡариҙел районы Магинск ауылы мәҙәниәт йорто ла ҡатнашты. Уларға ҡорамалдар һәм сәхнә костюмдары һатып алыу өсөн 1 миллион 164 мең һумдан ашыу аҡса бүленде.

Ошо аҡсаға микрофондар, пульт, колонкалар, баян, “Рябинушка”, “Сударушка” халыҡ ансамблдәре, “Алтын шишмә” вокаль коллективы, “Ассорти” өлкән бейеү төркөмө өсөн костюмдар, шулай уҡ өҫтәлдәр, ултырғыстар, элгестәр һатып алынды.
Күптән түгел урындағы мәҙәниәт йорто артистары тамашасылар алдында сағыу концерт менән сығыш яһап, үҙҙәренең яңы әйберҙәрен күрһәтте. Магинск ауылы халҡын ошо шатлыҡлы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин тәбрикләне. Ул районда мәҙәниәт һәм клуб учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р. Булатов һәм Магинск ауыл биләмәһе башлығы А. Киряков үҙ сиратында муниципалитет етәкселегенә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ауыл халҡына проектты әүҙем яҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантаналы сығыштарҙан һуң байрам концерты күрһәтелде. Тамашасылар яңы костюмдарҙы һәм ҡорамалдарҙы баһалау мөмкинлегенә эйә булды. Залда ултырған һәр кеше улар яратып тыңлаған, ҡараған “Рябинушка”, “Сударушка”, “Алтын шишмә” йырсылары, “Ассорти” бейеүселәренең матурланып, сағыуланып китеүенә ысын күңелдән ҡыуанып һәм һоҡланып ултырҙы.
Р. Шәйҙуллина.
Т. Хәлимов фотолары.
Читайте нас: