Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
8 Сентябрь 2017, 17:48

«Бөрө алмаһы» фестивале үтте

Сара эшлекле, фәнни, спорт, күңел асыу, экологик йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алды. Республикала туризмды үҫтереү темаһына фекер алышыу майҙансығы эшләне.

Сара эшлекле, фәнни, спорт, күңел асыу, экологик йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алды. Республикала туризмды үҫтереү темаһына фекер алышыу майҙансығы эшләне.

2 сентябрь Бөрөлә яҡшы йолаға әүерелгән алма фестивале иртәндән старт алды. Унда ҡала халҡы ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙән һәм бөтә республиканан, айырыуса Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Дүртөйлө райондарынан килгән вәкилдәр ҡатнашты.

«Тәмле ҡала» йәрминкәһендә алмаларҙың һәр төрлө сортын тәмләп ҡарарға, үҫентеләрҙе һәм башҡа төрлө продукцияларҙы һатып алырға була ине.

«Ленин» исемендәге скверҙа иһә «Оҫталар аллеяһы» күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда алманан бешерелгән бәлештәр, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән алып киленгән декоратив әйберҙәр һәм сувенирҙар урын алды. Йөҙләгән төр ижади эштәрҙе берләштергән “Оҫталар аллеяһы”нда үҙенсәлекле картиналарҙы, тегеү-сигеү әйберҙәрен, сәйләндән эшләнгән сәскәләрҙе, ағастан юнып һырланған һауыт-һабаларҙы, музыка ҡоралдарын күрергә була ине. Бындай ювелир эштәргә оҫталыҡ, сабырлыҡ һалынған, күҙ нуры түгелгән.

Ҡунаҡтар «Берендей» дендрологик паркында татлы алмаларҙан һығылып торған алмағастарға хайран ҡалды. Бында 50-нән ашыу алмағас төрө бар. Коктейль һәм фитосәй әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

БДУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусылары һәм студенттары Бөрө ҡәлғәһенең 17-се быуат уҡсылары осорон кәүҙәләндерҙе. Тарихи ысынбарлыҡты сағылдырған макет ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы төбәктең үткәненә алып ҡайтты. Был ҡояшлы матур көндө ҡаланың тарих музейы ла килгән ҡунаҡтар өсөн ишектәрен киң асып ҡуйҙы.

Ҡаланың һәр спорт майҙансығында йылдағыса ярыштар ойошторолдо. Телеүҙәк микрорайонында мотокросс уҙышы, “Спартак ” стадионында ҡала һәм райондар араһында волейбол турниры, Мәҙәниәт йорто эргәһендә стритбол буйынса ярыш үтте.

Ҡаланың һәр майҙансығында байрам ҡыҙған мәлдә Бөрө Ҡала мәҙәниәт һарайында “Төбәктең үҫеүе һәм алға китеүе нигеҙе булараҡ туризм” исеме аҫтында эшлекле һөйләшеү үтте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов, Бөрө районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Александр Груздев сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Сығыштарҙа Бөрө ҡалаһының һуңғы йылдарҙа эске туризм баҙарында үҙенең урынын бик әүҙем нығыта барыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Фестивалгә урындағы һәүәҫкәр артистар бай концерт программаһы әҙерләгән. Ҡаланың үҙәк майҙаны дәртле йырҙар һәм шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Байрам саралары төнгә тиклем дауам итте. Һәр ваҡыттағыса ул салют менән тамамланды.

Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: