Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
5 Июль 2017, 17:30

Шишмәләр — тәбиғәт күрке

Гөмбәлә үткәрелгән байрам әлегә иң яҡшыһы тип баһаланды Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Гөмбә ауылында Шишмә байрамы үтте. Был сара Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан районыбыҙҙа ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Асҡын районының тәбиғәт ҡомартҡылары парады” ижади конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Гөмбәлә үткәрелгән байрам әлегә иң яҡшыһы тип баһаланды
Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Гөмбә ауылында
Шишмә байрамы үтте. Был сара Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан районыбыҙҙа ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Асҡын районының тәбиғәт ҡомартҡылары парады” ижади конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Ҡашҡа ауыл Мәҙәниәт йорто һәм Билгеш ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сара Гөмбәлә осраҡлы үткәрелмәй. Беренсенән, Гөмбә ауылы тәбиғәте, ысынлап та, иҫ киткес матур, хозур. Уға ҡарап һоҡланмаған, таң ҡалмаған кеше юҡтыр ул. Икенсенән, тау-урмандар ҡосағында урынлашҡан ауыл эргәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһына әйләнгән тере һыу – Төпһөҙ шишмә сылтырап аға. Өҫтәүенә нәҡ Гөмбәлә Төй йылғаһынан, урындағы халыҡ әйтеүенсә, шифалы зәңгәр балсыҡ тапҡандар. Өсөнсөнән, Гөмбәлә шундай егәрле, уңған, талантлы, илһөйәр халыҡ йәшәй. Шуныһы үкенесле, ошо тәбиғәт ҡомартҡылары бөгөнгә тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән, тикшерелмәгән, асыҡланмаған. Мәҫәлән, халыҡ шифалы тип һанаған зәңгәр балсыҡты ғына алайыҡ: нисек барлыҡҡа килгән, составы ниндәй, кеше организмы өсөн зыянлы түгелме? Һәм башҡалар, һәм башҡалар...
Шишмә буйынса ла һорауҙар күп. Уның ағып сыҡҡан урыны бәләкәй генә, шул уҡ ваҡытта сикһеҙ тәрән, ҡара зәңгәр булып ялтырап тора. Элекке ҡарттар уны үлсәп ҡарау маҡсатында 10 дилбегә ( беҙҙеңсә 120 метр) төшөргөн, тик төбөнә етә алмаған.
Ауылдың аҡһаҡалы, 86 йәшлек Зыязетдин Фәүзетдин улы һөйләүенсә, 1982 йылда ошо күлгә урып-йыйыу ваҡытында комбайн төшөп бата. Нисек кенә тырышһалар ҙа уны табып, тартып ала алмайҙар. Хатта баш ҡаланан водолаздар ҙа килеп эҙләп ҡарай. Ошо ваҡыттан һуң ауыл халҡы уны “Төпһөҙ шишмә” тип атап йөрөтә башлаған.
Шишмә байрамына килгәндә, ул “Асҡын районының тәбиғәт ҡомартҡылары парады” ижади конкурсы положениеһына ярашлы, бик йөкмәткеле булды.
Сараны үткәреү урыны матур итеп әҙерләнгән, әйләнә-тирә йыйыштырылған, үлән сабылған, алғы планда – сәхнә, уның янындағы эскәмйәләрҙә кешеләр урын алған. Майҙанда халыҡ гөж килә. Береһе туғанын күреп шатлана, икенсеһе – класташын, өсөнсөһө – йәшлек дуҫын, танышын осратып, һөйөнөс тойғоһо кисерә.
Байрамдың сценарийын төҙөп, уны алып барыусы Ҡашҡа ауыл Мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина менән Билгеш ауыл китапханасыһы Фәнилә Шәмсетдинова район үҙәгенән килеүсе ҡунаҡтарҙы сәк-сәк менән ҡаршы алып, барыһын да сәләмләп, сараны асты. Шишмә байрамына килеүселәрҙе район Мәҙәниәт йортоноң баш методисы, конкурстың жюри ағзаһы Гөлзифа Мөхәмәтдинова ла тәбрикләп, ошондай матур сараны әҙерләүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Артабан һүҙ ауылдың имам-хатибы Мөхәррәм хәҙрәт Ғилмийәровҡа бирелде. Ул илебеҙгә — именлек, халҡыбыҙға — татыулыҡ, йәшәгән еребеҙгә бәрәкәт теләп, Ҡөрьән аяттары уҡыны. “Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына йәшәр өсөн бар мөмкинлектәр биргән: еләк-емешкә бай ҡалын урмандар, саф һыулы йылғалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, иген үҫтерер өсөн баҫыуҙар, мал көтөр өсөн ялан-ҡырҙар. Беҙ барыһына ла шөкөр итеп, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, иманлы булып йәшәргә тейешбеҙ. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа тәртип бар. Күмәк көс менән зыярат кәртәләре лә яңыртылды. Киләсәктә лә берҙәмлектә ғүмер итергә насип булһын”, — тине Мөхәррәм хәҙрәт.
Гөмбә ауылы халҡын һәм йыраҡ-араларҙы яҡын итеп байрамға йыйылыусыларҙы Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ҡәнәфи Шакируллин да сәләмләне. Ул барыһына ла сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләп, ошо сараны үткәреүҙә ҙур өлөш индереүселәргә ауыл Советының Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, “Һыу юлы башлау” йолаһы күрһәтелде. Өләсәй ролен башҡарыусы Нәфҡиә апай Ғилмийәрова йәш ҡыҙҙарға һыу алыу тәртибен һөйләне. “Иртән иртүк алып ҡайтҡан һыу шифалы була. Шуға борон өләсәйҙәр йәш киленгә һыу юлын ҡояш ҡалҡҡан саҡта күрһәткән. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар. Ҡояш байығас, һыуға барырға кәңәш ителмәй — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк”, — тип ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған теләк-кәңәштәрҙе еткерҙе. Әйткәндәй, Нәфҡиә апай шифалы үләндәрҙән күргәҙмә лә эшләгәйне.
Иңдәренә биҙәкле биҙрәләр эленгән көйәнтәләрен һалып шишмәнән һыу алып килеүсе килендәрҙе “Һыу юлы” йырын йырлап ҡаршы алдылар һәм изге теләктәр теләп оҙатып ҡалдылар.
Ҡашҡа ауыл китапханасыһы Гөлфиә Сабированың сығышы ла бик фәһемле булды. Ул ауыл биләмәһе территорияһында үҫкән шифалы үләндәр, уларҙы йыйыу, ҡулланыу, файҙаланыу тәртибе тураһында һөйләне. Экология йылына арнап әҙерләгән шифалы үләндәр тураһында китап күргәҙмәһе менән дә таныштырҙы Гөлфиә Мәғзүмйән ҡыҙы.
Ауыл тарихына бәйле фекерҙәрен Ҡашҡа урта мәктәбенең география уҡытыусыһы Наил Хәйруллин белдерҙе. Уның сығышын ауылдың аҡһаҡалы Зыязетдин Фәүзетдинов тулыландырҙы. Улар, йәштәрҙе әүҙемерәк булып, ауыл тарихын төптәнерәк өйрәнергә саҡырҙы.
Сара урындағы һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ирина Струкачева, “Хазина” халыҡ коллективы етәксеһе Айгөл Барыева, талантлы йырсы Вилдан Сәмиғуллин, Гөмбә ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе Флүрә Хәбибуллинаның сығыштары ысын мәғәнәһендә байрам бүләге булды.
Сараның мәҙәни өлөшөнән һуң төрлө уйындар һәм ярыштар ойошторолдо. Һатыу нөктәләре лә, аттракциондар ҙа эшләне. Ҡыҫҡаһы, халыҡ рәхәтләнеп ял итте, уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отто, сит яҡтарҙан ҡайтҡан ауылдаштар ырыуҙаштары менән осрашты.
Теманы дауам итеп...
Лира Рәхимова, Ҡашҡа ауыл Советы депутаты:
— Байрамға бөтә ауыл халҡы менән әҙерләндек. Һәр йорттан 150-шәр һум аҡса йыйып, уйындар үткәреү өсөн бүләктәр алдыҡ. Сара үтәсәк майҙанды әҙерләүҙә Фларит Рәхимов, Фәрҙүс Сабиров, Йәмил Ғилмийәров, Рәмилә Йәнгирова, Фәниә Сабирова, Фларида Ғилмалтдинова ҡатнашты. Ҡашҡанан Вадим Шакируллин сәхнә һәм эскәмйәләр эшләр өсөн материалдар бирҙе. Күрше генә торған йорттан Рәмзил Ғатауллин электр линияһын һуҙып бирҙе. Уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Байрам бик күңелле һәм матур үтте.
Гөлзифа Мөхәмәтдинова, район Мәҙәниәт йортоноң баш методисы, конкурстың жюри ағзаһы:
— “Асҡын районының тәбиғәт ҡомартҡылары парады” ижади конкурсы 1 марттан 30 ноябргә тиклем районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә барасаҡ. Бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәрендә генә үткәрелгән байрамды, йоланы әҙерләп күрһәтеп, ауылдың билдәле кешеләрен, биләмәләге тәбиғи ҡомартҡыны (шишмәләр, тауҙар, күлдәр, мәмерйәләр ....) яҡлап сығыш яһарға тейеш. Әлегә конкурста ҡатнашыусы биләмәләр араһында Ҡашҡа ауыл биләмәһе генә бөтә талаптарға тура килтереп сығыш яһаны. Гөмбәләге байрамда йола ла күрһәтелде, ауыл тарихын да һөйләнеләр, тәбиғәт ҡомартҡылары ла (Төпһөҙ шишмә, зәңгәр балсыҡ) тәҡдим ителде. Ауылдың ихтирамлы, шиғри күңелле кешеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн инде беҙҙең арала булмаған Йәмилә Ғәли ҡыҙы Фәрәхетдинова тураһында ла мәғлүмәт еткерҙеләр. Йәмилә апайҙың бар ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтә. Ул 14 йыл буйына Ҡашҡанан Гөмбә халҡына ат менән икмәк тә ташый. Уның шиғырҙары йыш ҡына “Ышаныч” район гәзитендә баҫыла. Ауыл оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә лә әҙерләнгәйне.
Читайте нас: