Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Октябрь , 15:31

Мәрхәмәтле мәктәп барыһын булдыра,

яңылыҡҡа ынтылып, заман менән бергә атлай

Мәрхәмәтле мәктәп барыһын булдыра,
Мәрхәмәтле мәктәп барыһын булдыра,

Телмәрендә ауыр тайпылыштар булған уҡыусылар өсөн Бөрө коррекция мәктәп-интернаты бөтә республикала “предмет-эстетик зауыҡ мөхитен ойоштороу” модуле булып тора. Ул 1944 йылда һөйләшмәгән һәм ишетмәгән балалар өсөн махсус асыла. Был арауыҡта мәктәптең исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелә, уның етәкселеге, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы ла алмашына. Ләкин 80 йылдан ашыу тарихты туплаған мәктәп-интернат һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, заман менән бергә атлай.
Был юҫыҡта хөкүмәт ярҙамы ла киң мөмкинлектәр бирә. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле уҡыусыларға сифатлы белем биреүгә йүнәлтелгән “Заманса мәктәп” федераль проектының “Мәғариф” милли проектында (2019 йыл) һәм “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” федераль проектында ҡатнашып (2022 йыл), бирелә юғары кимәлдәге эстетик мөхит тыуҙырылған. Тап зауыҡ, матурлыҡ аша ғына балаларға сифатлы белем бирергә һәм социаль тормошта үҙҙәрен кәрәкле һанаған шәхес тәрбиәләргә мөмкин, тип һанай мәктәп етәкселеге.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, белем биреү учреждениеһы етәкселеге педагогтар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән берлектә мәктәп-интернаттың берҙәм стилен һайлау, заман талаптарына ярашлы тәрбиә биреү һәм уҡытыу эшмәкәрлеген ойоштороуҙың инфраструктураһын булдырыу буйынса фекер алыша. Бында төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр һәм ижади проекттар аша уҡыусыларҙың техник һәм һанлы грамоталылығын үҫтереү, социаль тормошта үҙҙәрен табыу кеүек йүнәлештәр күҙ уңында тотола. Былар барыһы ла балаларҙың күңел донъяһын байытыуға, психологик уңайлылыҡ мөхитен тыуҙырыуға, кәйефтәрен күтәреүгә, стреслы хәлдәрҙе иҫкәртеүгә, стиль һәм зауыҡ формалаштырыуға йүнәлтелә.
Яңы стандарттар менән эшләүсе мәктәптә бөгөн 376 уҡыусы, шул иҫәптән 44 инвалид бала белем ала. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 145 бала унда йәшәп уҡый.
Һәр тәрбиәләнеүсенең йәш һәм шәхси үҙенсәлеге иҫәпкә алынған күп функциялы кластарҙа балаларға уҡыу, уйнау, ял итеү, үҫеш өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылған. Уҡыу зонаһында стандарт булмаған уҡыу алымдары ярҙамында танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә. Тәбиғи ағас төҫөндәге трансформер парталар, интерактив өҫтәлдәр, софита менән йыһазландырылған һәм проекторлы интерактив таҡталар сифатлы белем алыуҙы еңелләштерә. Ғөмүмән, кабинеттар һәр предметтың үҙенсәлеген иҫәпкә алып йыһазландырылған. Математика, рус теле, тирә-яҡты өйрәнеү кеүек етди предметтарҙан тыш музыка, рәсем, технология кеүек дәрестәрҙең дә махсус кабинеттарҙа үтеүе һоҡланыу уята.


Психология һәм логопедия кабинеттары ла уңайлыҡтар тыуҙырған ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда балаларҙың телмәрендәге тайпылыштарҙы, психик функцияларҙы бөтөрөү өҫтөндә индивидуаль эш алып барыла. Бынан тыш коррекция зонаһында телмәр эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән процедуралар ҡаралған. Махсус массаждарҙы белемле шәфҡәт туташтары эшләй. Стоматология кабинетында педагогтарға һәм балаларға тештәрен дауалау мөмкинлеге булдырылған. Ашханала көнөнә алты тапҡыр ашау ойошторолған. Унда өй йылылығы һирпелә.
Уйын зонаһында уҡыусыларҙың интеллектуаль үҫешен үҫтереүгә, ижади һәләттәрен асыуға барлыҡ мөмкинлек бар. Улар шашка, шахмат, робот техникаһы кеүек үҫтереүсе өҫтәл уйындарынан күңелдәренә оҡшағанын һайлай ала. Хәрәкәт уйындары төрлө эмоциональ-психологик көсөргәнеште сығарырға ярҙам итә. Шуға күрә хәрәкәтле уйындар өсөн булдырылған мөйөш йомшаҡ мебелдәрҙән, йомшаҡ уйынсыҡтарҙан тора. Улар кескәйҙәрҙең хәүефһеҙ уйынын тәьмин итә. Әйтергә кәрәк, физкультура дәрестәре үткән спорт залының да стеналары хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе йомшаҡ панелдәр менән ҡапланған. Бында ла рәхәтләнеп һикерергә, йүгерергә мөмкин.

«Беҙ республикала коррекция мәктәптәре системаһын һаҡлап ҡалдыҡ, уларҙың матди базаһын тәртипкә килтерәбеҙ. Сәләмәтлеге үҙенсәлекле балалар айырыуса иғтибарға мохтаж. Бөрө коррекция мәктәп-интернаты балаларыбыҙҙы нисек яратыу һәм улар тураһында хәстәрлек күреүҙең сағыу миҫалы», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.


Коворкинг мөйөшө – кескәйҙәрҙең аралашыу, үҙҙәренең идеялары менән уртаҡлашыу урыны. Магнит-маркер таҡтаһында улар үҙҙәренең ижади эштәрен тәҡдим итә. Үҙгәреп торған экспозиция педагогтарҙың отчеттары, фәһемле фекерҙәре менән алмашына. Wi-Fi зонаһында уҡыуҙа файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға мөмкин. “Роболенд” робот техникаһы мәктәбе инженер эшенә өйрәтә, өҫтәмә һөнәри үҫеште формалаштыра.
Китапхана – мәҙәни тәрбиә биреү үҙәге. Бында балаларға китап алып уҡыуҙан тыш күргәҙмәләр ойошторола, юбиляр яҙыусылар тураһында асыҡ саралар үткәрелә. Шулай уҡ буккроссинг зонаһында ирекле китап алмаштырыу мөмкинлеге булдырылған. Педагогтар, уҡыусылар, ата-әсәләр дөйөм ҡулланыу өсөн үҙҙәренең китаптарын тәҡдим итә ала. Мәҙәни саралар, мәктәп кимәлендәге конференциялар, йыйылыштар үткәреүҙә акттар залы алыштырғыһыҙ урын булып тора.
Оҫтаханала балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолған. Балсыҡтан яһалған көршәк, тәрилкә, сынаяҡ кеүек һауыт-һабаларҙа һәр баланың күҙ нуры, тырышлығы һалынған. Ҡул моторикаһын үҫтереүгә булышлыҡ иткән халыҡ кәсебе уларҙың телмәренә һәм аң үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәптә иппотерапия дәрестәре лә ҡаралған.
Мәктәп “Геройҙар партаһы” Бөтә Рәсәй патриотик проектына ла ҡушылып, үҙҙәренең сығарылыш уҡыусыһы, МХО-ла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Эмиль Кәшәфетдинов исемендәге парта булдырған. Был партала илһөйәр, уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт эшендә лә алдынғы уҡыусы ултырырға хоҡуҡлы.
Учреждениеның эске биҙәкләү эштәре санитар нормаларға һәм талаптарға тулыһынса яуап бирә. Сәләмәтлеккә төҫтәрҙең тәьҫир итеүе иҫәпкә алынған: аҡ, асыҡ һоро, тәбиғи ағас төҫө өҫтөнлөк итә бирелә.
Ә бына һәр кабинеттың “Ҡала тарихы – халыҡ байлығы” берҙәм дизайн стилендә биҙәлеүе мауыҡтырғыс экскурсияға алып инә. Ул балаларға Бөрө ҡалаһының тарихы менән ҡыҙыҡһынырға, күренекле урындарын белергә, проект эҙләнеү эшен ойошторорға ярҙам итә.
Көҙ миҙгеленең бысраҡ көндәре башланып тороуға ҡарамаҫтан, мәктәп-интернаттың территорияһында ла зауыҡ, бөхтәлек, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Дәрестәре тамамланған уҡыусылар саф һауала уйнай. Уларҙың сағыу, сыр-сыу тауыштары күңелдәрҙе иркәләй.
Әлбиттә, ошондай яҡты, һәр бер нескәлегенә тиклем уйланып башҡарылған эштәрҙең үҙ ауырлығы, мәшәҡәттәре лә булғандыр. Уларҙы йырып сығыуға учреждение директоры Ирина Фәһим ҡыҙы Токареваның һәм 129 кешенән торған коллективтың берҙәм фиҙаҡәр хеҙмәте һалынған. Мәктәп эсендәге йылылыҡ, дуҫтарса мөнәсәбәт тә шул турала һөйләй. “Барыһы ла килеп сығыр!” девизы менән алға барған республика мәктәп-интернаты, ысынлап та, барыһын да булдыра!


Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: