Абыҙ урта мәктәбе — районда иң йәш белем усағының береһе. Алты йыл эсендә ул уҡыусыларға төрлө яҡлап белем биреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, заманса белем һәм инновациялар үҙәгенә әйләнде. Бирелә һөнәрҙәренә ғашиҡ уҡытыусылар эшләй, улар даими үҙҙәренең оҫталығын камиллаштыра, төрлө һөнәри һәм ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шундайҙарҙың береһе — Абыҙ урта мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Лиана Денисламова. Ул ауыл ерендә “Мәғариф” милли проекты буйынса эшләп, йәш уҡытыусыларға бирелә торған гранттар конкурсында еңеү яуланы.
Лиана Илшат ҡыҙының эш тәжрибәһе ҙур. Йәмғиәт белеме дәрестәрен уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың шәхесен үткәндәрҙе белеүгә таянып, донъя мәҙәниәтенең мөһим ҡаҙаныштарына йүнәлтеп үҫтереү, тип һанай ул. Уҡытыусы уҡыусыларҙа ижади фекерләүҙе үҫтерә, үткәнде һәм бөгөнгөнө анализларға өйрәтә, дөйөм кешелек ҡиммәттәренә, гуманизм тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә.
Лиана Илшат ҡыҙы балаларға белем биреүҙә заманса технологиялар ҡуллана. Ул уҡыусы менән уҡытыусы араһында ышаныслы мөнәсәбәт тыуҙыра. Төп маҡсаттарҙың береһе балаларҙа үҙ көстәренә ышаныс тәрбиәләү, тип һанай ул. Дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп, төрлө алымдар ҡулланып үткәрә.
Үҙенең һөнәри кимәлен даими күтәреү, яуаплылыҡ, эшкә ижади ҡараш уҡыусыларға белем биреүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә. Лиана Илшат ҡыҙының уҡыусылары тарих һәм йәмғиәт белеменән төп дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшыра. Уҡытыусы юғары уҡыу йорттарының тарих һәм юридик факультеттарына уҡырға ингән уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Аҙаҡҡы өс йыл эсендә тәжрибәле уҡытыусы тарих, йәмғиәт белеме һәм хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында ике еңеүсе һәм дүрт призер әҙерләне. Бер уҡыусыһы республика этабында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Лиана Денисламова уҡыусыларҙың интеллектуаль эшмәкәрлеккә һәләттәрен үҫтерә, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыра. Ул — мәктәп, муниципаль кимәлдәге олимпиадаларҙы тикшереү буйынса комиссия ағзаһы, тарих, йәмғиәт белеме, рәсем төшөрөү буйынса мәктәп, муниципаль, республика кимәлендәге призерҙар, еңеүселәрҙең остазы, ижади берекмәләр етәксеһе, “Микс ”бейеү коллективы ағзаһы. Тәжрибәле уҡытыусы Ю. Гагарин исемендәге кубок олимпиадаһының республика этабы призерын әҙерләгәне, ҡатнашыусыларҙың эштәрен юғары кимәлдә тикшергәне, 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы сараларын ойоштороуҙағы һәм үткәреүҙәге өлөшө өсөн, “Сәнғәт-технология-спорт” Ҙур олимпиадаһында “Уңышлы балалар” командаһын мәктәп, муниципаль, төбәк этаптарында уңышлы оҙатып йөрөгәне һәм һөнәренә тоғролоғо өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Лиана Илшат ҡыҙы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. “Тарихи лаборатория” проекты етәксеһе ул, уҡытыусылар аттестацияһы буйынса район эксперт комиссияһы ағзаһы, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй фән олимпиадаларының муниципаль этапта ҡатнашыусылар эшен тикшереү буйынса ла жюри ағзаһы булып тора. Быйыл Ҡариҙел районы уҡытыусылары командаһы составында Благовещен ҡалаһында “Кәрәз-2025” республика педагогик марафонының 5-се төбәк этабында ҡатнашты. Бәйгелә улар 1-се урын яулап, Ҡариҙелдә ижади ҡарашлы, инициативалы, һөнәренә ғашиҡ уҡытыусылар эшләүен тағы ла бер ҡабат иҫбат итте.
Ришат Лотфуллин, Абыҙ мәктәбе директоры.