Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь , 16:17

Һөнәри белем биреү колледжы

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы нигеҙендә барлыҡҡа килгән һөнәри белем биреү колледжы үткән йыл үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә колледж күҙгә күренеп үҫте һәм киң йүнәлеш алды. Ә сығарылыш студенттары илдең төрлө ойошмаларында үҙҙәрен һөнәри яҡтан белемле һәм яуаплы хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә башланы.

Һөнәри белем биреү колледжы
Һөнәри белем биреү колледжы

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 2012 йылда педагогия фәндәре докторы, профессор Нилә Сабит ҡыҙы Белобородова, ул ваҡытта тәрбиә эштәре буйынса проректор булараҡ, юғары уҡыу йорто нигеҙендә һөнәри колледж асыу идеяһын тәҡдим итә. Инициативаны уҡыу йорто директоры, профессор Салауат Мөдәрис улы Усманов хуплай. Шулай итеп, 2014 йылда махсус һөнәри белем алырға теләүсе абитуриенттарға яңы структур бүлексә үҙ ишеген аса.
Тәүге йылдарҙа колледж “Банк эше”, “Дизайн”, “Башланғыс мәктәптә коррекцион педагогика”, “Ғәмәли информатика”, “Социаль эштәрҙе ойоштороу һәм хоҡуҡ”, “Физик культура”, “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәпләүе” кеүек бер нисә йүнәлештә коммерциялы белем биреү өҫтөндә эшләй. Уҡытыуға юғары уҡыу йортонан уҡытыусылар йәлеп ителә. Бәлиғ булмағандар менән эшләү вуз уҡытыусыларына яңы тәжрибә лә була. Тәүге йылдарҙа яңы белем биреү проекттары һәм уҡыу программалары төҙөлә. Студенттарҙың психологияһын нығырыҡ аңлау, уларға ҡыҙыҡлы уҡытыу алымдарын өйрәнеү, тәжрибә туплау осоро ла була.
2016 йылды колледж директоры вазифаһын физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Айҙар Салауат улы Усманов үтәй. Уның етәкселегендә колледж дәүләт аккредитацияһын уңышлы үтеп, уҡыу йортоноң ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап биреүен дәлилләй.
Колледжды Александр Викторович Бодулев етәкләгән дәүерҙә “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге”, “Электрон система төҙөлөшө һәм уны хеҙмәтләндереү”, “Тәбиғи комплекстарҙың экологик хәүефһеҙлеге”, “Юриспруденция”, “Адаптив физик культура” кеүек байтаҡ йүнәлештәр асыла. 2021 йылда “Йәш һөнәрмәндәр” федераль һәм “Мәғариф” милли проекттары, “Мәғариф үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә “Һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын заманса талаптарға яуап биреүен тәьмин итеү маҡсатында дәүләт ярҙамы” программаһы гранты ярҙамында спорт комплексы яңыртыла.


Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Колледждарҙы һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Тап шунда республика предприятиеларына кәрәкле эшсе кадрҙар әҙерләйбеҙ.


Бөгөн колледж йәш быуынға төплө белем биреү, һәр яҡтан уларҙың ижади потенциалын үҫтереү маҡсатында эшләй. Бында 17 йүнәлеш буйынса 900 студент белем ала. Уларға юғары категориялы 42 уҡытыусы, фән кандидаттары, доценттар белем бирә. Яңы оҫтаханалар, спорт һәм фитнес менән шөғөлләнеү өсөн залдар студенттарға тейешле белем алыуға мөмкинлек тыуҙыра. Ғөмүмән, колледж һәр йүнәлеш буйынса юғары әҙерлекле белгестәр әҙерләй. “Дизайн” йүнәлешендәге студенттарҙың ижади эштәре менән Ғәлиә Ғәзнәүи ҡыҙы Морус һәм Олег Александрович Шепелькевич “Һөнәрмәндәр” чемпионатында университет ихтыяжын беренсе тапҡыр яҡламай. Йәш дизайнерҙарҙың эштәре “Ваҡыт йылғаһы” фестивалендә “Сувенир продукцияһы” номинацияһында еңеү яуланы.
Робототехника лабораторияһы етәксеһе Александр Юрьевич Воробьев студенттарға төрлө ярыштарҙа һәм конкурстарҙа университетты күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Студенттар иҫәбендә “Йәш һөнәрмәндәр” конкурсында “Мобиль робототехника” һәм “Бөтә Рәсәй робототехника олимпиадаһы” компетенцияларында уңышлы сығыштар бар.
Колледж “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” йүнәлешендә белем алған студенттары менән дә хаҡлы ғорурлана. Полиция офицеры Евгений Юрьевич Мухачев етәкселегендә студенттар йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш тота, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп ителә, ҡала кимәлендә үткән сараларҙы ойоштороуҙа һәм тәртип һаҡлауҙа ҡатнаша.
Бер нисә йыл рәттән педагогик йүнәлештәге “Башланғыс кластарҙа коррекцион педагогика” һәм “Башланғыс белем” студенттары конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең юғары һөнәри әҙерлеген һәм практик тәжрибәнең мөһимлеген иҫбатланы.
Студенттарҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә бында. Ватанды һаҡлаусыларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә тырышалар. Йылы хистәр менән яҙылған хаттар, күңел йылыһы һалынған авторлыҡ открыткалары, дөйөм тырышлыҡ менән үрелгән маскировка селтәрҙәре, йыйылған гуманитар ярҙам ил иңенә төшкән ауырлыҡты уларҙың бергә күтәреүен күрһәтә.
Бына шулай, киләһе ун йыллыҡҡа колледж ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.


Фекер...
Алексей Александрович Русинов, колледж директоры, физика-математика фәндәре кандидаты:
— Грант ярҙамында төҙөкләндерелгән белем биреү майҙансыҡтары, “Профессионалитет” программаһында ҡатнашыу, яңы лабораториялар булдырыу, мәктәптәрҙә, заводтарҙа, ойошмаларҙа сифатлы практика үтеү өсөн потенциаль эш биреүселәр менән килешеүҙәр төҙөү студенттарҙың һөнәри үҫешенә ярҙам итә. Беҙҙә хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, робототехника буйынса лабораториялар бар. Ә гранттарҙа еңеү студенттарға бюджет урындарын булдырырға ярҙам итә. Был ҡаҙаныштар йәштәргә ижади яҡтан да, спорт буйынса ла үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек тыуҙыра. Студенттар яҡты, иркен тренажер залдарында йога, ауыр атлетика менән шөғөлләнә, үҙҙәре үк бейеү түңәрәктәре, музыкаль төркөмдәр ойоштора, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулай. Мәҫәлән, гер спорты буйынса Рәсәй мастеры Кашапова Розана Фирғәт ҡыҙы донъя чемпионатында илебеҙ данын яҡлап, еңеү яуланы. Ул бөгөн колледж уҡытыусылары сафын тулыландыра.

 

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: