Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Август , 14:54

Башҡортостандан 19 уҡытыусы V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнаша

Иң йәш ҡатнашыусыға – 19, ә иң тәжрибәлеһенә 77 йәш.

Башҡортостандан 19 уҡытыусы V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнаша
Башҡортостандан 19 уҡытыусы V Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнаша

Форум 2025 йылдың 1 октябренән 3 октябренә тиклем Мәскәүҙә «Рәсәй» Милли үҙәге майҙансығында үтәсәк. Ул бөтә илдән колледж төркөмдәренең мең класс етәксеһен һәм кураторын берләштерәсәк.

Быйыл Рәсәй педагогтарынан 50 000-дән ашыу ғариза бирелгән. Иң йәш ҡатнашыусыға – 19, ә иң тәжрибәлеһенә 77 йәш.

Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһында-Өфөнөң 18-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ванюшова.

- Мин 2021 һәм 2023 йылдарҙа Класс етәкселәре форумында ҡатнаштым. Быйыл йәнә ҙур сараның бер өлөшө булыуыма шатмын. Форумдан Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән коллегалар менән осрашыуҙар һәм тәжрибә уртаҡлашыу, бик күп файҙалы мәғлүмәт, ижади идеялар көтәм, – тип уртаҡлашты Миләүшә Илдар ҡыҙы.

Төбәктәр араһында Санкт-Петербург, Һарытау һәм Новосибирск өлкәләре әүҙемлек күрһәтә. Ҡатнашыусылар һайлап алыу этаптарын үтте – «Педагогика тарихы», «Педагогика нигеҙҙәре» һәм «Компетенцияларҙы баһалау» йүнәлештәре буйынса анкеталар, тестар башҡарҙы, шулай уҡ «Минең тәрбиә практикаһы» темаһына видеовизитка яҙҙырҙы.

Форумда онлайн-ҡатнашыуға түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://vk.cc/cwnz7r.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы иң яҡшы тәжрибәләр уртаҡлашыу, мәғариф һәм профессиональ берләшмәне нығытыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн майҙансыҡҡа әүерелде.

- Уҡытыусыларҙың роле бик мөһим, сөнки уҡытыусылар белем биреүҙән тыш, уҡыусыларҙың ҡиммәттәренә һәм донъяға ҡарашына нигеҙ һалып, шәхесте формалаштырырға ярҙам итә. Шуныһы мөһим, форум барышында ҡатнашыусыларҙың күп кенә башланғыстары тормошҡа ашырылды. Бындай асыҡ диалог һәм фекер алышыу ил һәм үҫеп килеүсе быуын мәнфәғәтенә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, – тине Сергей Кравцов.

Сараны Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы ойошторҙо. Форумға ойоштороу ярҙамын Гуманитар проекттар фонды күрһәтә. Стратегик партнер – "Диалог Төбәктәр" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма.

Авторы: Арина Алекперова.

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: