Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Август , 09:19

Яңы уҡыу йылын көткәндә...

Яуаплы кешеләр август кәңәшмәһе алдынан зона кәңәшмәһенә йыйылды. 

Яңы уҡыу йылын көткәндә...
Яңы уҡыу йылын көткәндә...

Өфөлә мәғариф мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәһе үтте. Уны вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә ойошторҙолар һәм август кәңәшмәһе алдынан тармаҡтың бөтә мөһим проблемаларын тикшерҙеләр. Сарала республика власть органдары һәм 16 ҡала һәм райондың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы, төп доклад менән мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин сығыш яһаны.

– Беҙ яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Йола буйынса, август кәңәшмәһе сиктәрендә республика Башлығы мәғариф өлкәһендә төп йүнәлештәр бирә: иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә, нимә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Әммә унан алдараҡ беҙ хакимиәт башлыҡтарын саҡырып зона кәңәшмәләре үткәрәбеҙ һәм улар менән көнүҙәк темаларҙы тикшерәбеҙ, сөнки ҡайһы бер мәлдәр тураһында урындарҙа яҡшыраҡ беләләр. Беҙ уларҙың һорауҙарына яуап бирәбеҙ, уларҙан тәҡдимдәр алабыҙ. Уларҙан бик күп кәрәкле нәмәләрҙе ишетеп, тормошҡа ашырабыҙ, – тине кәңәшмә башланыр алдынан Урал Килсенбаев.

Миҫал итеп ул тап шундай кәңәшмәләрҙең береһендә — шифаханаларҙа уҡытыусыларҙың ялы тураһында яңғыраған башланғысты килтерҙе. Шулай уҡ ауыл уҡытыусылары өсөн мәктәптәрҙең йәш етәкселәренә 690 мең һумлыҡ грант таратыу тураһында тәҡдим ҡабул ителде.

Кәңәшмәне асып, Урал Килсенбаев ҡатнашыусыларҙы асыҡ диалогка, эш мәлдәрен һәм кисектереп булмай торған мәсьәләләрҙе тикшерергә саҡырҙы.

Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин көнүҙәк проблемаларҙы һәм мәғариф системаһын үҫтереү перспективаларын билдәләне.

— Республиканың мәғариф системаһында төп проблемаларҙың береһе – демография. 2023 йылда мәктәпкә 54 мең беренсе класс уҡыусыһы килгән, ә быйыл 44 мең бала киләсәк. Ике йыл эсендә — минус 10 мең, – тине ул.

Илдар Мәүлетбирҙин башҡа мөһим мәсьәләләр араһында уҡыу кабинеттарын йыһазландырыуҙы атаны. Быға федераль средстволар ҙа, 500 мең һумлыҡ республика субсидияһы ла йүнәлтеләсәк. Төбәк быйыл да рекордлы һанда мәктәп автобустары алды, һәм киләһе йылда тағы ла аласаҡ.

Кадрҙарға килгәндә, мәктәптәрҙә физика һәм математика уҡытыусылары етмәй. Тағы бер мәсьәлә – балалар һаны кәмеү сәбәпле эштән ситтә ҡалған башланғыс класс уҡытыусылары. Улар әленән ҡайтанан әҙерлек үтә һәм предметҡа күсә ала.

Ә маҡсатлы уҡыуға килешеү төҙөгән юғары уҡыу йорттары студенттары Башҡортостан Башлығы стипендияһын аласаҡ. Ул беренсе курста 5 мең һумдан  III-IV курста 10 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ уҡытыусыларға артыҡ бюрократик йөкләмә бирелеүе хаҡында борсолоу белдерҙе. Уҡытыусылар уҡыу процесына күберәк ваҡыт бүлә алһын өсөн профилле булмаған отчет күләмен ҡыҫҡартыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Урал Килсенбаев быйыл да беренсе класҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән һәләк булған геройҙарҙың балалары барасағын иҫкә төшөрҙө.

– Был бик мөһим мәл. Район хакимиәте башлығы йәки уның урынбаҫары, коллегаларының береһе уларҙы ҡулдарынан тотоп, мәктәпкә алып барырға тейеш, — тине беренсе вице-премьер.

Фото: Валерий Минлин, Өфө Хакимиәте Мәғариф идаралығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: