20 июндә университеттар уҡырға инеү өсөн документтар ҡабул итә башланы. Быны «Вузға онлайн инеү» суперсервисы ярҙамында Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша эшләргә мөмкин. Һанлы сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тура килә, тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
Суперсервис документтар тапшырыу процесын күпкә еңеләйтә. Абитуриенттар бер үк ваҡытта бер нисә юғары уҡыу йортона ғариза бирә ала. Бөтә кәрәкле документтар электрон төрҙә ҡабул ителә. Система мәғлүмәттәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә һәм ғаризаның статусын реаль ваҡытта күҙәтергә мөмкинлек бирә. Абитуриенттар мөһим этаптар тураһында ваҡытында белдереүҙәр ала, ә дедлайнға тиклем үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге сервистың һығылмалылығын арттыра.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, 29 университет IT-йүнәлеш буйынса документтар ҡабул итә.
Бакалавриат, специалитет йәки база юғары белем биреү программаларына уҡырға ингәндә биш юғары уҡыу йортон һәм уларҙың һәр береһендә биш йүнәлеште, шул иҫәптән түләүле уҡытыуҙы һайларға мөмкин. Әгәр һүҙ махсуслаштырылған юғары белем, магистратура йәки аспирантура тураһында барһа, юғары уҡыу йорттары һәм йүнәлештәр һаны сикләнмәгән.
Фото: БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.