Һәр йылды Һуңғы ҡыңғырау байрамы районыбыҙҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа. Иҫке Балтас 1–се урта мәктәбендә лә, райондың барлыҡ мәктәптәрендәге кеүек, һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
— Барығыҙҙы ла ысын күңелдән Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотлайым. Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа бер этап тамамлана. Алда һеҙҙе Берҙәм дәүләт имтихандары һәм унан һуң студент тормошо көтә. Был оло тормош юлына беренсе аҙым. Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр! — тип аҡ юл теләне мәктәп директоры Рәзилә Әминова һәм сығарылыш класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтихандарына индерелеүе тураһында бойороҡ менән таныштырҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар эше буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова тормошта уңыштарға ирешер өсөн иң мөһиме — белем һәм тырышлыҡ кәрәклеген билдәләп, алда торған тормош «һынауҙарын» сабырлыҡ менән үтергә, ҡаушамаҫҡа һәм бер туҡтауһыҙ алға ынтылырға өндәне.
Сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен беренсе уҡытыусылары Нәзилә Аллаярова, класс етәкселәре Лилиә Нуртдинова һәм ата-әсәләр исеменән Гөлназ Дәүләтханова еткерҙе.
Тәбрикләүҙәргә беренсе класс уҡыусылары ла ҡушылды. Улар ҡағыҙҙан яһалған «самолеттар»ға үҙ теләктәрен яҙып тапшырҙы. Сабыйҙар тарафынан яһалған бүләктәр яңы ҡаҙаныштарға ышаныс бирһен.
Мәктәп тормошо ул уҡыу ғына түгел, шулай уҡ төрлө сараларға ла бай. Шул дәүерҙә Бөтә Рәсәй, республика, төбәк, район конкурстары, предмет олимпиадалары, ярыштар һәм төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеү яулаған йәш йондоҙсоҡтар барлыҡҡа килә. Тантанала – уҡыу алдынғыларын, мәктәп, район тормошонда әүҙем булғандарҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеләр.
Шулай уҡ байрам барышында «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимов сығарылыш класс уҡыусыларына үҙ-үҙҙәренә ышаныс, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләп, спорт һөйөүселәргә ГТО билдәләрен тапшырҙы.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы йыр-моң тулҡынына үрелде. Байрам хужалары ата-әсәләренә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре аша белдерҙе.
Байрам һәр кемгә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм йылмайыу бүләк итте.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.