Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшөнөң береһе алдынғы уҡытыусыларҙы бүләкләү һәм хөрмәтләү тантанаһы булды. Был көндө республиканың иң яҡшы педагогтары үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһа алды. Зал улар өсөн көслө алҡыштарға күмелде. Шуныһы ҡыуаныслы — бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ ҙа бар ине.
Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Нурия Сабирова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Награданы уға республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Был — Нурия Ташпулат ҡыҙының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтенең, балаларға булған сикһеҙ һөйөүенең һәм педагогик оҫталығының танылыуы.
Хөрмәтле райондашыбыҙҙы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.