Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель , 12:15

Асҡындар район-ара семинарҙа ҡатнаша

Бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла Башҡортостан  Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының  туған телдәрен уҡытыу концепцияһын, Башҡортостан Республикаһы  “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль-ара семинар уҙа.

Асҡындар район-ара семинарҙа ҡатнаша
Асҡындар район-ара семинарҙа ҡатнаша

Унда район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова,  Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзифә Сәйәхинурова, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Эльза Нафиҡова менән Лиана Сабирйәнова ҡатнаша. туған тел һағында тороусылар өсөн бай программа әҙерләнгән.

Райондаштарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

 

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас