Туған телгә һөйөү, һөнәри оҫталыҡ, асыҡ һәм изге күңел — был сифаттарҙың барыһы ла Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәфкиә Хажиеваға хас. Ул һәр уҡыусының күңеленә асҡыс таба белә. Дәрестәре ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм мауыҡтырғыс үтә.
Тәфкиә Хажиева Хәлил ауылында тыуып үҫә. Урындағы мәктәптә белем алған йылдарында ул уҡыу алдынғыһы, ойоштороусы һәм спортсы булараҡ класташтарына өлгө күрһәтә. Бер ҙә юҡҡа уны класта староста, мәктәптә комсорг итеп һайламайҙар.
Мәктәпте тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Иҫке Аҡбүләк мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
Тәфкиә Риф ҡыҙының уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә башлауына 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ижади эшләүсе уҡытыусы юғари һөнәри оҫталыҡҡа эйә, методик яҡтан көслө. Уның һәр дәресе — ижади оҫтахана, уҡыу-тәрбиә биреү эшен күргәҙмә материалдар нигеҙендә ҡора. Ул мәктәптә беренселәрҙән булып компьютер технологияларын, интерактив таҡтаны, мультимедиа проекторын ҡуллана башлай, Интернет селтәренә сығып онлайн-дәрестәр үткәрә. Уҡыусыларҙың әсә телен ҡыҙыҡһынып уҡыуы, яҡшы өлгәшеүе уҡытыусының юғары һөнәри эшмәкәрлек һөҙөмтәһен күрһәтә.
Тәфкиә Риф ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының “ижади оҫтаханаһы”н төҙөй: унда методик әҙәбиәтте, техник сараларҙы системаға һала, уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса картотека төҙөй. Ошо тәжрибәһе менән ул хеҙмәттәштәре менән дә бүлешә.
Уҡыусылары йыл һайын республика конкурстарында призлы урындар яулай, олимпиадаларҙа һәм мониторингтарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Үҙ эшендә Тәфкиә Хажиева кластан тыш сараларға ҙур иғтибар бирә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәктәр алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре республика, төбәк конкурстарында еңеүҙәр яулай. Ә шулай ҙа эшмәкәрлегенең юғары һөҙөмтәһе булып уҡыусыларының башҡорт теленән төп дәүләт имтиханын (диктант) юғары балдарға яҙыуы тора.
Уҡытыусы йәмәғәт эшенә лә күп ваҡытын бүлә, һәр башланғысты күтәреп алып, мәктәптә генә түгел, районда үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 6-сы биттә).
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе булды, ултырыштарҙа сығыш яһай, эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, оҫталыҡ, асыҡ дәрестәр үткәрә.
Тәфкиә Хажиева олимпиада һәм конкурс биремдәрен тикшереү буйынса район комиссияһы ағзаһы булып тора. “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы-2005” республика конкурсында ҡатнаша һәм “Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы” номинацияһында еңеү яулай. Ул “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары-2006” конкурсында ла еңгәйне.
Иҫке Аҡбүләк ауылының йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, ауылдаштары араһында ихтирам һәм хөрмәт яулаған. Алып барыусы, режиссер, спортсы, артист — былар ҙа Тәфкиә Хажиева тураһында.
Уҡытыусы рухи үҫеш һәм туған телдәрҙе үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара, дини байрамдарҙы үткәреүҙә ҡатнаша. Уның инициативаһы буйынса мәктәптә балалар һабантуйы үткәреү матур йолаға әйләнде. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа, ғаилә проблемаларын сисеүҙә ярҙам итә педагог.
Юғары категорияға эйә Тәфкиә Риф ҡыҙы йәш уҡытыусылар өсөн остаз һәм өлгө булып тора. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 10-сы съезында делегат була, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары командаһы составында “Остаз” республика конкурсында ҡатнаша. 2022 йылда Тәфкиә Хажиева мәғариф өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Был юғары наградаға ысын мәғәнәһендә лайыҡ ул.
Зөлфиә Мифтахова.
Ҡариҙел районы.