Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Ғинуар , 10:00

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы

Бөрө ҡалаһының 7-се урта мәктәбендә уҡыусыларҙың «Совенок – 2025» «Белем алыу методы булараҡ тикшеренеү...» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы, Бөрө ҡалаһы мәғариф идаралығы һәм ҡаланың 7-се урта мәктәбе ойошторҙо.

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы

Конференцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек күренекле ҡалаларынан, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 922 ғариза ҡабул ителде. Ул, ғәҙәттәгесә, пленар өлөштән башланды.
Сараны асыу тантанаһында Бөрө ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры Вадим Ғәли улы Ғәлләметдинов, физика-математика фәндәре кандидаты, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалының фән буйынса директор урынбаҫары Александр Федорович Пономарев, район мәғариф идаралығының кадрҙар һәм хоҡуҡ эштәре буйынса етәксеһе урынбаҫары Елена Владимировна Акбашева сығыш яһаны. Улар уҡыусыларҙың мәктәптә үк фәнгә тәүге аҙым эшләүен, аңлашылмағанды үҙ аллы асыҡларға ынтылыуын, тикшерергә, анализларға, дөйөмләштерергә, һығымта яһарға өйрәнеүен билдәләне.
Артабан конференцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеү өсөн секцияларға таралышты. Быйыл 42 секция эшләне. Уларҙың 18-е — башланғыс, ә 24 секция 5-се-11-се кластар өсөн булды.
Һәр береһендә балаларҙың фәнни-тикшеренеү эштәрен компетентлы жюри ағзалары баһаланы. Уның составында мәктәп һәм ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусылары эшләне.
Йәш тикшеренеүселәр төрлө өлкәлә тәрән ҡарашлы ҡыҙыҡһыныуын күрһәтте.
Айырыуса уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бай материалдар менән сығыш яһауы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Республиканың ете мөғжизәһе, башҡорт балы, файҙалы үләндәр, йолалар, тауҙар тарихы, ҡала-ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм башҡа темалар буйынса ҡыҙыҡлы һығымталар яһалды. Конференцияла ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдағыса эҙләнеү-тикшеренеү эштәренең төп һығымталары буйынса дүрт өлөштән торған мәҡәләләр йыйынтығы нәшер ителәсәк.


Ирина Ҡәнзәфәрова,
Бөрө ҡалаһының 7-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: