Яңы йыл алдынан Штәнде урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Илнара Әсрарова (класс етәксеһе Лилиә Әсрарова, хәрби етәксеһе Альфред Фазылов) һәм Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 6-сы “В” класс уҡыусыһы Рузана Гәрәева (класс етәксеһе Эльдар Ғәлимйәнов, хәрби етәксеһе Наил Хәсәнов) “Йәш шайморатовсылар балы”нда ҡатнашты (һүрәттә).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был балда 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә “Йәш шайморатовсы” Почет билдәһе менән бүләкләү өсөн Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге класс уҡыусыларын һайлап алыу конкурсында еңгән уҡыусылар ғына ҡатнашыу хоҡуғына эйә ине. Сара сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Илнара Әсрарова менән Рузана Гәрәеваны III дәрәжә “Йәш шайморатовсы” Почет билдәһе менән бүләкләне.
— Бындай билдәгә лайыҡ булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Уны тапшырыу тантанаһы ҙур байрам булды — матур зал, музыка... ҡыҫҡаһы, әкиәт донъяһында булғандай хис иттек. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ҡулынан Почет билдәһен алыу — үҙе ҙур ҡыуаныс. Хис-тойғоларҙы аңлатып та булмай. Барыһына ла ҙур рәхмәт, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты тырыш ҡыҙҙар.
Илнара менән Рузананы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм улар “Йәш шайморатовсы” исемен намыҫ менән йөрөтәсәгенә ышанабыҙ.
“Йәш шайморатовсы” булыу — бик маҡтаулы. Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята — легендар комдив иҫтәлеген лайыҡлы һаҡлау, республикабыҙ һәм илебеҙҙең ысын патриоттары булыу.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.