Төбәк Башлығы менән тура бәйләнеш барышында мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы байтаҡ ҡына һорауҙар күтәрелде. Шулар иҫәбендә киләһе йылда Мишкә районының Сурай ауылында урынлашҡан берҙән-бер мари гимназияһына ремонт үткәреү күҙалланыуы хаҡында ла әйтелде.
Гимназия уҡытыусылары күптән түгел алған яңы мәктәп автобусы өсөн республика Башлығына рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ улар, белем усағы капиталь ремонтҡа мохтаж, тип билдәләне. Атап әйткәндә, кластарҙы, уҡытыу-методик материалдарҙы яңыртыу, шулай уҡ гимназияны заманса уҡыу саралары һәм спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыу талап ителә.
Был һорауға Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин тиҙ арала яуап бирҙе. Ул Сурайҙағы мари гимназияһының 2026 йылға мәғариф учреждениеларын яңыртыу федераль программаһына индерелеүен раҫланы.
– Программа биналарҙы ремонтлауҙы ғына түгел, ә методик ҡулланмаларҙы һәм техник йыһазландырыуҙы яңыртыуҙы, шулай уҡ уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота, – тине Илдар Марат улы.
– Был гимназия – республикала мари телендә белем бирегән берҙән-бер белем усағы. Ул полилингваль мәғариф учреждениеһы булараҡ лицензияға эйә. Киләһе йылда республиканан мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға ингән 85 белем усағы араһында ошо гимназия ла бар. Ремонт менән бер рәттән тулыһынса йыһазландырыу эштәре лә башҡарыласаҡ, шулай уҡ мәктәп яны биләмәһе заманса төҫ аласаҡ, – тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Вәкил улы Хажин.
Фото: “Башинформ”.