Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Октябрь , 15:17

Улар – йәш шайморатовсылар!

Бөрө ҡалаһы 8-се урта мәктәбенең 5-се А класы уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә бағышлау тантанаһы үтте.

Улар – йәш шайморатовсылар!
Улар – йәш шайморатовсылар!

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Бөрө ҡалаһы мәктәптәрендә лә бындай кластар бар.
Бөрө ҡалаһы 8-се урта мәктәбенең 5-се А класы уҡыусыларын Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класҡа алыу тантанаһы үтте.
Мәктәптә герой исемен йөрөткән тағы бер класс өҫтәлде. Бәләкәй шайморатовсылар түбәндәгесә ант бирҙе:
"Бөгөнгө тантаналы көндә иптәштәрем һәм уҡытыусыларым алдында “шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм! Халҡыма тоғро булырға, Ватан өсөн һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә лайыҡлы булырға, тыуған еремдең тоғро улы (ҡыҙы) булырға ант итәм! Лайыҡлы уҡырға, Ватанға хеҙмәт итергә әҙерләнергә, һәр ваҡыт Шайморатовтың “Салауат тоҡомдары сигенергә белмәй!” тигән девизына эйәрергә ант итәм!”
Өлкән шайморатовсылар стройҙа йөрөү оҫталығын күрһәтте һәм йәш шайморатовсыларға значоктар тапшырҙы.
Милли колоритлы, рухлы музыкаль номерҙар тантаналы сараның биҙәге булды.
Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары Р. Раянов һәм Ю. Евдокимов ҡатнашты.


Авторы Айгөл Саҙрыева.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: