Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь , 12:00

Һәр баланың күңеленә асҡыс таба

Лариса Алиева изге һөнәргә 38 йыл ғүмерен бағышлаған

Һәр баланың күңеленә асҡыс таба
Һәр баланың күңеленә асҡыс таба

Уҡытыусы — ул бала күңеленә асҡыс табыусы, яҡшыны ямандан айырырға, тормошта нимәгә ынтылырға кәрәклеген, йәшәү мәғәнәһен өйрәтеүсе. Ата-әсәйҙәр менән берлектә улар иңендә яуаплы бурыстар ята. Шуға күрә балалар алдындағы яуаплылыҡты тойоу уларға бик мөһим. Башланғыс кластар уҡытыусыһы ижади ҡарашлы, ҡайһы саҡта тылсымсы булырға тейеш. Мишкә 2-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Лариса Владимировна нәҡ шундай педагог.

“Бәләкәйҙән уҡытыусы булып уйнарға яраттым. Минең эргәгә һәр саҡ күрше ҡыҙҙары һәм малайҙары йыйыла ине. Шулай уҡ һөнәр һайлауҙа ҡышҡы каникул ваҡытында беҙҙең менән осрашыуға килгән Благовещен педагогия училищеһы студенттары ла мөһим роль уйнаны. Улар мауыҡтырғыс итеп уҡыу йорто, студент тормошо тураһында һөйләне, фотолар күрһәтте, конкурстар, викториналар үткәрҙе. Шулай итеп, әҙерлек курсы үтеп, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, 1982 йылдың сентябрендә мин Благовещен педучилищеһының мари бүлеге студенты булып киттем. 1986 йылда уны тамамланым һәм Благовещен районында ҡалдым. Мине уҡытыусы итеп Казанка аҙ комплектлы мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. Унда өс йыл эшләнем дә йәнтөйәгемә ҡайттым. 1990 йылда үҙем уҡыған Яңы Васькин аҙ комплектлы башланғыс мәктәбендә эшләй башланым. 2012 йылда оптимизация башланды. Мәктәпте яптылар, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Мишкә 2-се урта мәктәбенә күсерҙеләр. Шулай мин татыу һәм ҙур коллективта башланғыс кластарҙы уҡытыуымды дауам иттем. Хәҙер ул Мишкә 2-се полилингваль күп профилле мәктәбе тип атала”, — тип һөйләне педагогик эшмәкәрлеге тураһында Лариса Алиева.
Лариса Владимировна — изге күңелле, талапсан уҡытыусы. Ижади ҡарашлы педагогтың дәрестәре мауыҡтырғыс үтә. Ул һәр саҡ заманса технологиялар һәм төрлө алымдар ҡулланып, уҡыусыларҙы белем алыуға дәртләндерә, уларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтә. Һәләтле балаларҙы асыҡлау — Лариса Алиеваның педагогик эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө. Балалар менән дәрестән һуң айырым шөғөлләнә. Муниципаль һәм төбәк олимпиадаларҙа, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү учреждениелары ойошторған конкурстарҙа ҡатнашып, Лариса Владимировнаның уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, еңеүсе һәм призерҙар исемлегенә инә. Класс етәксеһе булараҡ, ул уҡыусыларын яуаплылыҡҡа, хеҙмәт һөйөргә, тәртипкә өйрәтә. Уҡыусылары ла уҡытыусыларын уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора.
Лариса Владимировна — ҙур педагогик стажға эйә, заман менән бергә атлаған һәм һайлаған һөнәренә бар йөрәк йылыһын һалған уҡытыусы. Ул һәр ваҡыт үҙенең һөнәри оҫталығын арттырыу өҫтөндә эшләй: курстарҙа уҡый, семинарҙарҙа, вебинарҙарҙа ҡатнаша, Интернет селтәре ресурстарын ҡулланып, педагогик тәжрибәләрҙе өйрәнә. Хеҙмәттәштәре менән үҙенең оҫталығын да бүлешә: асыҡ дәрестәр үткәрә, мәктәптең педагогик советтарында сығыш яһай.
Тырыш уҡытыусы мәктәп һәм йәмәғәт тормошонда ла “ҡайнап” йәшәй: спорт ярыштарында призлы урындар ала, Мишкә ауыл Советы депутаты, ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булды, участка һайлау комиссияһы рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының беренсел ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарҙы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ерҙә хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торҙо. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Спортты үҙ иткән уҡытыусы үткән йыл ГТО-ның алтын билдәһен дә алды.


Гөлнара Ҡорбанова,
Мишкә 2-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: