Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь , 14:19

Йәш уҡытыусы һынатмай

Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры”, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” кеүек федераль һәм республика программалары уңышлы эшләп килә. Улар ауыл белгестәренә ярҙам итеүҙә мөһим механизмдарҙың береһенә әүерелде, йәштәргә тыуған ауылдарында эшләргә һәм үҙҙәрен яратҡан һөнәрҙәренә бағышларға этәргес бирә.

Йәш уҡытыусы һынатмай
Йәш уҡытыусы һынатмай

2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләй башланы. Дүрт йыл эсендә 150 уҡытыусы ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп, республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында биш йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа хеҙмәт килешеүе төҙөү шарты менән бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре алды. 2023 йылда әлеге программа буйынса бер мәртәбә бирелә торған компенсация түләүе өс уҡытыусыға бирелгән.


“Бөгөн республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, уҡытыусылар етешмәй. Беҙ был өлкәлә әүҙем эшләйбеҙ һәм аҡрынлап вакантлы урындарҙы, шул иҫәптән йәш белгестәр менән дә тулыландырабыҙ. Ауыл мәктәптәре һәм кесе ҡалалар өсөн беҙ “Ауыл уҡытыусыһы” республика программаһын эшләнек, уны 2020 йылдан ғәмәлгә ашырабыҙ. Беҙҙә һәр ваҡыт уҡытыусы абруйы юғары булды. Өҫтәмә рәүештә уның тормошобоҙҙа, беҙҙең балалар тормошонда төп кеше булыуын иҫтән сығармайыҡ. Уҡытыусылар тураһында ҡайғыртырға, уларға ихтирам һүҙҙәрен белдерергә кәрәк”, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Борай районынан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ғарипова ҡатнаша.
Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Свердловск ҡалаһында (хәҙерге Екатеринбург) тыуған. Әсәһе кабель заводында эшләгән, ә атаһы автобус йөрөткән. Гөлнараға биш йәш булғанда ғаиләләре Яңауыл ҡалаһына күсенеп ҡайта. Бында завод булмағанлыҡтан, әсәһе мәктәпкә урынлаша, ә атаһы машина йөрөтөүен дауам итә. Бала саҡтан эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә Гөлнара. Уҡыған йылдарында әсәһенә ярҙам итеп, мәктәп тормошоноң, уҡытыусы эшенең нескәлектәрен аңлай. Шуғалыр ҙа, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетына уҡырға инә.


— Уҡытыусы ул һөнәр генә түгел, ә һәләт тә, балаларҙы ижади шәхес итеп, тирә-яҡтағыларға кешелекле мөнәсәбәт тәрбиәләү, белем донъяһына ишек асыу. Мәғлүмәти технологиялар заманында, әлбиттә, ҡағыҙ китаптарҙы балалар нәҡ бына әҙәбиәт дәрестәрендә уҡый. Мин уҡыуға, китапҡа һөйөү, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышам. Педагогика даими камиллашыуҙы талап итә, мин был йүнәлештә үҙ өстөмдә эшләйем, — тип һөйләй Гөлнара Зөфәр ҡыҙы.


Уҡыуын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ “Яңауыл таңдары” гәзите редакцияһында хеҙмәт юлын башлай. “Ни өсөн унда эшкә урынлаштығыҙ?” — тигән һорауға:
— Мин уҡыуҙы тамамлаған йылды уҡытыусылар сығарылышы ҙур булды, вакантлы урындар юҡ ине. Кем кисәге студентты стажһыҙ, тәжрибәһеҙ эшкә алһын инде? Редакцияла бер аҙ тәжрибә туплап, Мәшғүллек үҙәге аша Яңауыл мәктәптәренең береһенә секретарь булып урынлаштым. Һуңынан уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһына күтәрелдем, — ти ул.
Гөлнара Ғарипованың дөйөм стажы 14 йыл тәшкил итә, шуның дүрте — педагогик өлкәлә. Журналист, секретарь, методист булып, директор урынбаҫары булып эшләгәндә үҙ фәненән уҡыта башлай. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашып, Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Борай районының Ҡайынлыҡ урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Коллектив бик йылы ҡабул итә йәш белгесте. Тиҙ арала уртаҡ тел табып эшләп китә.


— “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы ярҙамында мин бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырып ҡына ҡалманым, тулы хоҡуҡлы педагог булдым. Үҙ эшемде яратып башҡарам. Хеҙмәттәштәрем дә, уҡыусылар ҙа яратып ҡабул итте. Әле түҙемһеҙлек менән декрет ялым тамамланғанын көтәм. Миңә, ҡала ҡыҙына, ауыл еренә күсенеп ҡайтыу ҡыйын булһа ла, уҡытыу хыялы алға әйҙәне. Әлбиттә, ғаиләм, тормош иптәшем ҙур ярҙам күрһәтте. Омар Хайям әйткәнсә: “Донъяла иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе — ул ғаилә. Башта һин тыуып үҫкәне, аҙаҡ үҙең булдырғаны”. Улдарыбыҙ — минең ике ҡанатым, ирем — таянысым, мин яҙмышыма рәхмәтлемен, — ти Гөлнара Ғарипова.


Гөлнараның тормош иптәше Фидан Фирүс улы Иҫке Бикмәт ауылынан. Йәш егет Яңауыл ҡалаһына эш буйынса барғас, һылыу ҡыҙҙы күреп, ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа кире ҡаҡмай егетте. Күп тә уйлап тормай, туй яһап, йәш ғаилә матур итеп йәшәп китә. Гөлнара “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашып, алған аҡсаға ғаилә йәшәү шарттарын яҡшырта, ипотеканы ҡаплауға файҙалана.
Ғариповтар ике малай тәрбиәләй. Инсаф быйыл 1-се класҡа уҡырға барҙы, ә төпсөктәре Әлимгә биш кенә ай әле. Ғаилә башлығы нефть тармағында эшләй.
Гөлнара Ғарипова Ҡайынлыҡ мәктәбе данын “Йыл уҡытыусыһы – 2022” муниципаль конкурсында уңышлы яҡланы. Шулай уҡ төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша маҡсатсан, әүҙем, яңы идеялар менән яныусы йәш уҡытыусы.


Бәхеткә, хәҙер йәштәр ауырлыҡтарҙан ҡурыҡмай. Бар булған мөмкинлектәрҙән файҙаланырға, камиллашырға һәм үҙ өлкәһендә алға барырға тырыша. Гөлнара Ғарипова — “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса Борай районына килгән берҙән-бер педагог. Тырыш, эшкә яуаплы ҡараған, яңылыҡҡа ынтылған Гөлнара Зөфәр ҡыҙына киләсәктә уңыштар ғына юлдаш булһын.


Лира Юрасова.
Борай районы.

Автор:
Читайте нас: