Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь , 10:00

Уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөтәләр

Республикабыҙҙа ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант ярҙамы программаһы күптән эшләп килә. Борай районында ла 24 педагог аҡсалата грант алды. Әлеге практика — уҡытыусыларҙың һөнәри һәм ижади үҫешенә яҡшы этәргес. Улар барыһы ла конкурс һайлауын уҙған, унда ҡатнашыу өсөн төп критерийҙар — ике йылдан артыҡ педагогик стаж, йәштәре 35 йәшкә тиклем, ауыл ерендә эшләү, ижади, фәнни һәм һөнәри бүләктәренең киң портфолиоһы.Ошондай грантҡа Борай 1-се мәктәбенең биш уҡытыусыһы эйә булды. Шуларҙың бер нисәһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

Уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөтәләр
Уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөтәләр

Дәүләт ярҙамы уларҙың һөнәри һәм ижади үҫешенә яҡшы этәргес

Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Бөгөн республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, уҡытыусылар етешмәй. Беҙ был өлкәлә әүҙем эшләйбеҙ һәм әкренләп вакантлы урындарҙы тултырабыҙ. Шуның өсөн ауыл мәктәптәренең йәш уҡытыусыларына гранттар биреү буйынса республика конкурсы булдырҙыҡ”.

Республикабыҙҙа ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант ярҙамы программаһы күптән эшләп килә. Беҙҙең районда ла 24 педагог аҡсалата грант алды. Әлеге практика — уҡытыусыларҙың һөнәри һәм ижади үҫешенә яҡшы этәргес. Улар барыһы ла конкурс һайлауын уҙған, унда ҡатнашыу өсөн төп критерийҙар — ике йылдан артыҡ педагогик стаж, йәштәре 35 йәшкә тиклем, ауыл ерендә эшләү, ижади, фәнни һәм һөнәри бүләктәренең киң портфолиоһы.Ошондай грантҡа Борай 1-се мәктәбенең биш уҡытыусыһы эйә булды. Шуларҙың бер нисәһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

Илмира Зарипова  Борай 1-се мәктәбендә директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул Борай ауылында тыуып үҫкән. 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, ошонда уҡ эшкә урынлаша. Башта лаборант, унан вожатый вазифаһын башҡара. Бөрө педагогия университетында ситтән тороп физика-математика факультетында белем ала. Дүртенсе курста уҡығанда уға информатика дәрестәрен бирәләр. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар менән эште лә алып бара Илмира Равиль ҡыҙы.  Һуңыраҡ математика уҡытыусыһына квалификация үтә. Әле килеп ул информатика, математика дәрестәрен уҡыта, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың өйҙәренә йөрөп белем бирә. Шулай уҡ туған мәктәбендә директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары ла.

Илмира Равиль ҡыҙы тормош иптәшен дә мәктәптә осрата. Айдар Рәлиф улы менән ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Илина ла, Алһыу ҙа — уҡыу алдынғылары.

2020 йылда ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант биреү конкурсында еңеп сығып, тырыш уҡытыусы 690 мең һум аҡса ала. 2021 йылда педагогик эшмәкәрлеге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреүгә йүнәлтелгән конкурста 200 мең һумға эйә була. Был аҡсаларҙы Зариповтар ипотеканы ҡаплау иҫәбенә тотона.

Борай 1-се мәктәбенең директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Гөлназ Закирова ла 2021 йылда ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант биреү конкурсында ҡатнашып, 690 мең һум аҡса ала. Ә быға тиклем, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының йәш уҡытыусыларына гранттар биреү конкурсында 40 мең һум алған була. Дәүләт ярҙамын улар йорт һатып алыуға ипотека өсөн беренсел взнос итеп тотона.

Гөлназ Фәүис ҡыҙы сығышы менән Ишмәмәт ауылынан. Кәшкәләү урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында социаль-гуманитар факультетта тарих уҡытыусыһына уҡып сыға. Әлеге көндә Борай 1-се мәктәбендә тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрен алып бара, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары ла. Ижади эшләүсе педагог “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында район кимәлендә призер булды.

Гөлназ Фәүис ҡыҙы тормош иптәше Александр Анатольевич менән ҡыҙҙары Верониканы тәрбиәләй. —Республика башлығы ҡулынан алған бүләк — педагогик хеҙмәтемә юғары баһа. Мин бының өсөн рәхмәтлемен һәм киләсәктә лә республика мәғарифын үҫтереү өсөн бөтә тырышлығымды һалырмын, — ти Гөлназ Закирова.

Илмира Зарипова ла, Гөлназ Закирова ла алған гранттарына лайыҡлы уҡытыусылар. Улар үҙҙәре лә, уҡыусылары ла төрлө район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, яҡшы нәтижәләргә ирешә. Йәш, әүҙем уҡытыусыларҙың хеҙмәтен шулай баһалау бик урынлы һәм ваҡытлы.  Хеҙмәттәштәре әйтеүе буйынса, улар икеһе лә һайлаған һөнәрҙәренә бар тырышлығын, күңел йылыһын һала. Ниндәй генә ауыр уҡыусы булмаһын, һәр бала менән уртаҡ тел табалар, шәхес итеп күреп, һәләтен үҫтерергә тырышалар.

Уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт кешенең шәхес һәм педагог булараҡ үҫешенә, камиллашыуына нигеҙләнә. Был һөнәр бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Борай 1-се мәктәбе уҡытыусылары Илмира Равиль ҡыҙы менән Гөлназ Фәүис ҡыҙына был һәләт тәбиғәттән бирелгән.

 

Фекер...

Азат Арысланов, Борай 1-се мәктәбе директоры:

 — Конкурста еңеп, республика Башлығы грантына эйә булыусы уҡытыусылар нәҡ беҙҙең мәктәптән булыуына бик шатмын. Ижади ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы йәш уҡытыусылар беҙҙең уҡыусыларға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә бирә. Улар ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Ә бына бындай гранттар — социаль әһәмиәттәге гражданлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа мөһим алым.

Автор: Лира Юрасова.

Уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөтәләр
Уҡытыусы исемен лайыҡлы йөрөтәләр
Читайте нас: