Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәпкәсә белем биреү йорттарынан уҡ милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу – беҙҙең бурысыбыҙ булып тора.
Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе ултырышы булды.
Ул "Башҡортостан Республикаһында тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу: тәжрибә һәм перспективалар" темаһы буйынса үтте.
Сараны асып, район мәғариф инспекторы З. Сафина көн тәртибе менән таныштырғандан һуң, район берекмәһе етәксеһе Т. Хәжиева 2023-2024 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны.
Артабан Г. Солтанова "Уҡытыусыларҙың һөнәри кимәле " тигән темаға сығыш яһаны.
Д. Суфиярова иһә үҙ сығышында башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханына нисек әҙерләнергә, нимәгә иғтибар итергә һәм нисек итеп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин икәнлегк тураһында һөйләне.
Район мәғариф инспекторы З. Сафина база төбәк уҡыу планы менән таныштырҙы. Уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Яңы уҡыу йылына Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен уҡытыуҙы һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеүгә бағышланған маҡсатлы республика программаһына ярашлы, 2024/2025 уҡыу йылына эш планы ҡабул ителде.
Ултырыш аҙағында юбилярҙарҙы, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.
Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте.
Айгөл Дәүләтшина.
Озерки мәктәбе уҡытыусыһы.