Бөгөн Стәрлетамаҡта “Төбәк мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәре” тигән тема менән мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышы үтте. 23-сө полилингваль күп профилле мәктәп базаһында үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы республика мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне. Мәҫәлән, педагогик берләшмә эшмәкәрлегенең төп өҫтөнлөктәренең береһе – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.
– Уҡытыусылар өсөн был тәү сиратта йәштәребеҙҙең аҡылы һәм рухы өсөн көрәш. Сөнки беҙ һәм дошман булған көнбайыш цивилизацияһы араһында барған глобаль конфликт күренештәре ошондай мәсьәләгә туранан-тура ҡағыла, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Беҙ башланғыс хәрби әҙерлек һәм патриотик тәрбиә биреүҙең ярайһы уҡ киң инфраструктураһын әҙерләнек. Был, әлбиттә, «Патриот» паркы, ул был эштең мөһим ҡоралына әйләнә. Быйыл Стәрлебаш районында «Орленок» балалар лагеры базаһында «Патриот»тың филиалын файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Киләһе йылда Ҡыйғы районында, ә һуңыраҡ Баймаҡ районының Күлтабан ауылында тағы бер филиал асасаҡбыҙ. Был бөтә юғары класс уҡыусылары Һәм колледж студенттары «Патриот» паркында биш көнлөк курстар үтһен, кәрәкле белем алһын һәм уларҙың баштары һәм йөрәктәрендә ҡалһын өсөн эшләнә.
Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса республика төбәктәр рейтингында 2020 йылда 71-се урындан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 17-се урынға күтәрелде, тип билдәләне. 2024 йылда Башҡортостан уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә инде, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы урынды биләне, тине. 2024 йылда Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса йөҙ балға иҫәпләнгән эштәр һаны иһә рекорд ҡуйған – 155. Был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Шуныһы мөһим, һуңғы биш йылда республика БДИ-ны объектив үткәреүҙең “йәшел зонаһында” ҡала.
– Бөтә тырышлыҡтарыбыҙ мәктәптәрҙә белем биреү сифатының яҡшырыуына килтерә, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Был шул иҫәптән мәғариф системаһының матди базаһын үҫтереү буйынса һеҙҙең менән бергә алып барған ҙур эш һөҙөмтәһе. Биш йыл эсендә 22 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп сафҡа индерелде. Берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алып 9 173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Быйыл тағы өс мәктәпте – Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәген, Иглин районының Иглин ауылында 1 225 урынлыҡ мәктәпте һәм Туймазыла 500 урынлыҡ 5-се урта мәктәпте тапшырасаҡбыҙ. Концессия килешеүҙәре сиктәрендә ете ҙур мәктәп төҙөйбөҙ. Президент программаһы ярҙамында ике йыл эсендә 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһын капиталь ремонтланыҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йүнәлтелде, тағы ла 1 миллиард һумдан ашыуын республика өҫтәне. Быйыл беҙ 31 мәктәпте ремонтлай башланыҡ, шуларҙың алтауһы – быйылғы уҡыу йылында, ә 25-е киләһе йылда асыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса федераль программаны башлап ебәрҙе, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Республика унда ҡатнашыуға 159 балалар баҡсаһын индереп ғариза биргән дә инде.
– Башҡортостандың 19 колледжы «Профессионалитет»федераль проектында ҡатнаша. Шунда уҡ ҙур аҡса килә, һәм уҡыу йорто тулыһынса үҙгәрә – экосистема, экстерьер, интерьер, уҡыу базаһы яңыртыла, яңы оҫтаханалар, лабораториялар барлыҡҡа килә, – тине республика етәксеһе тағы бер мөһим, ауыр йүнәлеш буйынса. – Сәнәғәткә эшсе ҡулдар етмәй. Ә колледждар – беҙҙең иҡтисад өсөн кадрҙар менән туранан-тура тәьмин итеүсе. Шуға күрә хәҙер был стратегик мөһим йүнәлеш.
Республика Башлығы шулай уҡ Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү тураһында һөйләне. 2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында кампустың беренсе сираты индерелде. Йыл аҙағына тиклем мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләнәсәк 21-се мәктәпте тапшырыу бурысы тора. Ә 2025 йыл дауамында 4 300 студент өсөн 120 мең квадрат метр майҙанлы бинаны төҙөргә кәрәк.
Республика етәксеһе полилингваль белем биреүҙе үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостанда рус, башҡорт, татар һәм мари телдәрендә уҡытыу менән һигеҙ полилингваль мәктәп эшләй. Сыуаш һәм удмурт гимназияларын асыу планлаштырыла. Төбәк башлығы республиканың Финанс министрлығына Нефтекамала полилингваль күп профилле мәктәп эргәһендә интернат булдырыуға аҡса эҙләргә ҡушты. Балалар унда туғыҙынсы кластан һуң башҡа мәктәптәрҙә түгел, ә урында уҡ тулы урта дөйөм белем ала аласаҡ.
Уҡытыусыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу тураһында Һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдан алып уҡытыусыларға республиканың шифахана-курорт учреждениеларына берлектә финанслау шарттарында ике аҙналыҡ юлламалар бүлергә тәҡдим итте. Республика етәксеһе профилле министрлыҡтарға был мәсьәләне тикшерергә һәм бер ай эсендә тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
– Барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, ҡәҙерле уҡытыусылар! Беҙ һеҙҙең менән ауыр ваҡыттар кисерәбеҙ – коронавирус пандемияһы, санкциялар, махсус хәрби операция. Һәм һеҙ барыһын да бик лайыҡлы эшләйһегеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине республика Башлығы. – Тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә!
Артабан Рәсәй Федерацияһы Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт Буйынса Комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һүҙ алып, мәғариф өлкәһен үҫтереү буйынса мөһим закондар сығарыу башланғыстары хаҡында һөйләне.
Атап әйткәндә, Рәсәй фәндәр академияһының мәктәп дәреслектәрен экспертизалауҙа ҡатнашыуы тураһында федераль законға ҡул ҡуйылыуын белдерҙе ул. Өҫтәүенә, академиктар эстәлеккә генә (материалға) түгел, ә тәү сиратта уҡыу әсбаптарының баланың психологик-педагогик үҫеш үҙенсәлектәренә тап килеүенә иғтибар бирәсәк. Бер нисә закон сығарыу башланғысы уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеүгә, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға БДИ системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, Башҡортостан үҙенең фәнни-технологик үҫеш стратегияһын формалаштырыусы 20 пилот төбәк иҫәбенә инде.
– Беҙ ошондай стратегия әҙерләнек, тиҙҙән уны яҡлаясаҡбыҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Уның маҡсаты – фән һәм производство ҡаҙаныштарын берләштереү.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин иһә үҙенең докладында тармаҡ үҫешенә, шул иҫәптән «Мәғариф» милли проекты сиктәрендәге эштәргә төп йомғаҡ яһаны. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда «Үҫеш Нөктәһе» мәғариф үҙәге, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге, «Кванториум» балалар технопаркы булдырылды.
– Быйыл тамамланған «Мәғариф» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған төп маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илдар Мәүлетбирҙин. – Ә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға дәүләт тарафынан бирелгән бөтә ярҙам ҡоралдарын берләштерергә һәм педагог һөнәренең абруйын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Төбәктең мәғариф һәм фән министры шулай уҡ 2030 йылға тиклем тармаҡты үҫтереү бурыстарын билдәләне. Улар иҫәбендә уҡыу йорттарының матди-техник базаһын артабан яңыртыу, педагогик кадрҙарға ярҙам итеү, хеҙмәт баҙарының заманса ихтыяждарын иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү торасаҡ. Бынан тыш, төбәктә мәктәптәрҙә һөнәри алды һәм профилле кластар селтәрен ойоштороу өсөн стандарттар әҙерләнде, тине министр. Ошо урында шуға бәйле Башҡортостан Башлығы төбәк предприятиеларын йәш квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү кәрәклеген айырыуса билдәләне.
– Күп кенә производстволарҙа кадрҙар етешмәй. «ӨМЭПБ» (УМПО) флагман предприятиеһында ғына 2 мең самаһы белгесте эшкә алырға әҙерҙәр. Уларҙы беҙҙең колледждар әҙерләргә тейеш. Нефтекама, Бәләбәй һәм Туймазы машиналар эшләү заводтарында ла өҫтәмә хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж бар, – тине Радий Хәбиров. – Колледждарҙа профилле һөнәрҙәргә ҡабул итеү планын 580 кешегә арттырҙыҡ. Әммә бөгөн был һанды 2-3 меңгә еткерергә кәрәк. Был мөһим мәсьәләне хәл итеүгә ижади ҡараш кәрәк.
Республика Башлығы төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына быйыл уҡ тейешле эш башҡарырға ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ уҡыусыларҙың уҡыу программаһын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Һүҙ «Ватанды һаҡлау Һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре», «Хеҙмәт» тигән яңы предмет индереү, физика, химия һәм биология предметтарын үҫтереү тураһында бара. Мәктәптәрҙе бының өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға өҫтәмә аҡса йүнәлтеләсәк. Мәҫәлән, 2024 йылдан 50 мәктәп йыл һайын хеҙмәт дәрестәре өсөн матди базаны нығытасаҡ, тағы ла 70-е физика, химия һәм биология дәрестәре өсөн лаборатория ҡорамалдары аласаҡ. Талантлы йәштәр менән эшләү өсөн республика Башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы базаһында олимпиада хәрәкәтенең ресурс үҙәге булдырыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан вуздарына уҡырға ингән олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына финанс ярҙамын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк.
Бөгөнгө көндә мәғариф темаһы ул, әлбиттә, класта балаға белем биреүгә генә ҡайтып ҡалмай, тәрбиә, илһөйәрлекте күтәреү, шул уҡ ваҡытта уҡыусының, тәрбиәләнеүсенең, студенттың хәүефһеҙлеге мөһим булып тора. Улай ғына ла түгел, хәҙер уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә ҙур хәүеф янай. Һүҙ, әлбиттә, мутлашыусылар тоҙағы хаҡында. Был йәһәттән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусы Артур Сәйфуллин педагогтарға, ҡағиҙә булараҡ, телефон аша халыҡтың аҡсаһын талап иткән мутлашыусыларға ҡаршы тороу тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, 2024 йылда республикала 7 меңдән ашыу кеше енәйәтселәр ҡорбаны булған. Мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән зыян күреүселәр иҫәбендә 66 педагог та бар, улар үҙ иҫәбенән 70 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Шул уҡ ваҡытта енәйәт схемаларында студенттар һәм уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Шуға күрә халыҡ менән профилактик эш алып барыу бик мөһим. Башҡортостан Башлығы сентябрь башында уҡыу йорттары коллективтары йыйылыштарында бындай енәйәттәрҙе иҫкәртеү өсөн уҡытыусылар менән әңгәмәләр ойошторорға ҡушты. Аңлатыу эшен уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән дә үткәрергә кәрәк.
– Был бик мөһим тема. Илебеҙгә ҙур һөжүм бара. Һәм был мәсьәләне бөтә йәмғиәт мутлашыусыларҙың эшмәкәрлеген саҡырыу итеп ҡабул иткәндә генә хәл итә аласаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Был йәһәттән барыбыҙға ла уяулыҡты арттырырға кәрәк.
Өфө дәүләт нефть техник университетының 83-сө Инженер лицейы директоры Алла Цыбина педагогтар исеменән Федераль властарға һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм муниципалитет хакимиәттәренә төбәктең мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙә күп һанлы мәктәптәр төҙөлә һәм реконструкциялана, уларҙың матди базаһы нығытыла, уҡыу программалары һәм мәғлүмәт мөхите камиллаштырыла. Ошоноң ярҙамында белем биреү учреждениеларында уҡытыусылар өсөн заманса эш киңлеге һәм уҡыусылар өсөн ижади мөхит булдырыла, – тип билдәләне Алла Цыбина. Ул шулай уҡ коллега-педагогтарға һәм йәштәргә уңышлы уҡыу йылын теләне.
Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров педагогтар берләшмәһенә конструктив диалог өсөн рәхмәт белдерҙе, дәүләт наградаларын, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл Уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттарына һәм финалсыларына премиялар тапшырҙы. Фекер алышыу барышында әйтелгән бөтә йөкләмәләр йомғаҡлау протоколында сағылдырыласаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе һәм мәғариф буйынса киләһе кәңәшмәне лә күсмә үткәрергә һәм уны Бөрөлә уҙғарырға тәҡдим итте.
– Асылда, беҙ хәҙер күптәнге традицияны тергеҙәбеҙ, төрлө райондарҙа йыйыласаҡбыҙ. Был муниципалитеттарға билдәле бер этәргес бирә. Ә беҙгә урындағы кимәлдә белем биреү мөхитендә ниндәй үҙгәрештәр барлығын күреү мөһим һәм, әлбиттә, уҡытыусыларҙың һәм район мәғариф бүлектәре начальниктарының биләмәләрҙең уңышлы тәжрибәһе менән танышыуы мөһим.– тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
https://bashgazet.ru/news/belem-m-t-rbi/2024-08-17/bary-y-a-la-r-hm-t-yt-m-erle-u-ytyusylar-3889893