6 августан районыбыҙҙа мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлек торошон тикшереү буйынса ведомство-ара комиссия эш башланы.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева етәкселегендәге комиссия кисә Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк, Сураш, Солтанбәк ауылдарында булып, мәғариф учреждениеларын тикшерҙе.
Комиссия ағзалары билдәләүенсә, төп бурыс – белем биреү ойошмларында уҡыу һәм эш шарттары тейешле һәм уңайлы булдырыу, хәүефһеҙлек сараларын күреү, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу.
6 августан 9 авгусҡа тиклем комиссия 29 белем һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеһын ҡарап, эш һөҙөмтәләрен барлап, йомғаҡ яһаясаҡ.
Наилә Имаева.