Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында фән тармағын, ғилем һәм белем усаҡтарын үҫтереүгә, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарының матди базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Шулар менән рәттән ғалимдарға, бигерәк тә үҙҙәрен фәнгә арнаған йәш белгестәргә ярҙам сараларының артыуы ҡыуандыра.
Беҙ – Рәсәй буйынса өсөнсө урында
2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса рейтингта Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. “2022 йылда беҙ тәү тапҡыр фәнни стажировкаларға, йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүлдек”, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап.
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ғилми башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатында 450 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ике йылға иҫәпләнгән проектын тормошҡа ашырыу өсөн аспиранттар – 500 мең һум, фән кандидаттары 1 миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Ә инде танылған фән эшмәкәрҙәре, эксперттар ҡатнашлығында лабораториялар ойоштороу һәм эшләтеп ебәреүгә ҡоролған өс йыллыҡ проекттарға йыл һайын 25 миллион һумға торошло эре гранттар бирелә.
Бынан тыш, әйтеп үтеүебеҙсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, ипотеканы ҡаплауға, фатир алыу өсөн тәүге иғәнәгә аҡсалата ярҙам саралары, субсидиялар ҡаралған. Ошондай маҡсатлы эшмәкәрлек талантлы ғалимдарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыуға, уларға дәртләнеп эшләүгә юлдар аса, һөҙөмтәлә республика фәне яңы идеялар һәм инновациялар менән тулылана, ғилми тикшеренеүҙәрҙең һәм асыштарҙың сифаты арта.
Быларҙан тыш, республика бюджетынан түбәндәге ярҙам саралары булдырылған:
- фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары – 3 миллион һум (берәр миллион һумдан өс номинация);
- Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм республиканың Евразия фәнни-белем биреү үҙәгена ҡараған университеттарына уҡырға ингән йәштәргә – 150 мең һум;
- БДИ-ны 100 балға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусыларына – 50 мең һум күләмдәге бер тапҡыр бирелгән түләү;
- йыл һайын 60 мәктәп башланғысына ярҙам – дөйөм сумма 30 миллион һум;
- йыл һайын биш предуниверсарий булдырыу буйынса ярҙам – 10 миллион һум.
Йәштәр асыштар яһай
Республика уҡыу йорттарының йәш ғалимдары әленән-әле яңы асыштар яһап, үҙҙәрен фән донъяһында танытып тора. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш программалаусылары 2 миллион һумға торошло грантҡа лайыҡ булып, яңы киберһаҡ системаһын булдырған. Ул персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн оҙон серһүҙҙәр урынына биометрия сығанаҡтарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ университеттың йәш ғалимдары ауыртыу тыуҙырмаған, яраның бөтәшеүен тиҙләткән теш импланттары уйлап тапҡан. Ә Өфө дәүләт нефть техник университетында ерҙе бырауламайынса ғына нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыҡлау технологияһын эшләгәндәр. Был алым иҡтисад өсөн дә, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән дә бик ҡулай.
Бөгөн беҙҙең республика “Рәсәй Федерацияһының карбон полигондары” федераль проектында, “Университеттарҙың технология эшҡыуарлығы платформаһы”нда, “Өҫтөнлөк-2030”, “Алдынғы инженер мәктәптәре” программаларында, йәштәр лабораториялары булдырыу эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Ошондай мөмкинлектәр йәш ғалимдарға, фән менән ҡыҙыҡһынған йәштәргә үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарауға, яңынан-яңы фәнни асыштар яһауға юлдар аса.
Альбина НАФИҠОВА, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институты доценты:
– Мин Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағында – автор) белем алдым һәм шунда уҡ хеҙмәт юлымды башланым. Кандидатлыҡ диссертациям геология мөхитендәге радон газының күсеү процесының математик моделен булдырыуға арналды. Был мәсьәлә бөгөн геология, геофизика тармаҡтары өсөн бик көнүҙәк, сөнки радон газының торошона ҡарап, сейсмик үҙгәрештәрҙе, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын билдәләп була.
2021 йылда ғаиләбеҙ менән Өфөгә күстек, әле фәнни эшмәкәрлегемде М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтында дауам итәм. Әйткәндәй, диссертациям фәнни йәмәғәтсәлектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уның менән Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Геофизика институты ғалимдары ҡыҙыҡһынды. Улар тәжрибә рәүешендә һынауҙар үткәрҙе һәм тәҡдим ителгән математик моделдең дөрөҫлөгөн раҫланы. Киләсәктә ошо моделгә ярашлы ҡорамал төҙөлөп, геология тармағында ҡулланыу табыр, тип уйлайым.
Өфөгә күскәс, ғаиләбеҙ менән ипотекаға йорт һатып алғайныҡ. Быйыл февралдә, йәш ғалимә булараҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән грантҡа лайыҡ булдым. Бер миллион һум аҡса ипотеканың бер өлөшөн ҡаплауға бик ҙур ярҙам булды. Ошондай иғтибар, әлбиттә, эшкә дәртләндерә. Мин дә киләсәктә фәнни эшмәкәрлегемде дауам итергә, докторлыҡ диссертацияһына тотонорға ниәт иттем.
Фотола: Альбина Нафиҡова республикала йәш ғалимдарға күрһәтелгән ярҙамдан ҡәнәғәт.
"Башинформ", "Молодежная газета", Александр Данилов фотолары.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова