Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май , 17:45

Афарин, Нурсилә!

Бөгөн, 17 майҙа,  Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры  Әлфис Ғаязов үҙенең   стипендияһын иң яҡшы уҡыусыға тапшырҙы.

Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!

 

Әлфис  Суфиян улы быйыл 14-се тапҡыр  үҙенең исемле стипендияһын тапшырҙы. Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы сарала  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов,  район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары  Зөбәржәт Ғәлина  һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Быйылғы уҡыу йылында был стипендияға 9-сы класс уҡыусыһы, талантлы, спорт һөйөүсе тырыш ҡыҙ  Нурсилә Ғилфанова лайыҡ булды.  Үҙенең тикшеренеү эшен ул  хөрмәтле  ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Суфиян Ғаязетдин улы Ғаязовҡа    бағышлай.

Әлфис Ғаязов быйыл да  матур йолаға тоғро ҡалып,  яңы уҡыу йылында 1-се класҡа барасаҡ уҡыусыларға  уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итте.

Мәктәп директоры Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов белдереүенсә, яңы уҡыу йылында Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең 1-се класына алты уҡыусы киләсәк.

Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова етәкселегендә уҡыусылар “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Әйткәндәй, улар был сығыштары менән  яңы ғына Салауат районы Малояҙ ауылында уҙған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү буйынса 26-сы төбәк-ара конкурсында ҡатнашып,   “Халыҡ ижадына тоғролоҡ” номинацияһында еңеү яулай.

Сара сиктәрендә шулай уҡ Ғаилә йылына бағышлап мәктәптә үткәрелгән шәжәрәләр конкурсы еңеүселәрен дә ҡотлап, бүләктәр тапшырҙылар.

Тантаналы сараның икенсе өлөшөндә   Әлфис Ғаязовтың “Кайсы яктан чыга соң бу кояш?” тигән татар телендәге  электрон   китабының исем туйы үтте.  400-ҙән ашыу биттән торған был роман  әлегә электрон формала, тиҙҙән ул Татарстан Республикаһында “Казан утлары” журналында донъя  күрәсәк. Китап булып киләһе йылда баҫылыр, тип  күҙаллана.

Әлфис Суфиян улының был романы   Татарстан Республикаһы Рәйесе ҡарамағындағы  Татар телен һәм  Татарстан Республикаһында йәшәүсе халыҡтар вәкилдәренең туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләре комиссияһы тарафынан ойошторолған татар телндәге әҙәби әҫәрҙәр конкурсында  «Роман» жанры буйынса  I урынға лайыҡ була. 

Был сара хаҡында тулыраҡ район гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Афарин, Нурсилә!
Читайте нас: