Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель , 10:00

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат

Гөлнара Солтанова һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә районыбыҙ данын лайыҡлы яҡланы

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат

Күптән түгел Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы-2024” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024” республика һәм төбәк-ара конкурстары, шулай уҡ “Кәрәҙ” республика педагогия марафонын ябыу тантанаһы үтте. Унда районыбыҙ уҡытыусылары ла ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында Абыҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Солтанова ла бар ине.

Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Баймаҡта тыуып, Сибайҙа үҫә. Бәләкәй сағынан уҡ уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһе юлын дауам итергә ҡарар итә.
— Сибай педучилищеһында эшләгән әсәйем йыш ҡына мине үҙе эргәһенә саҡырып, был уҡыу йортонда ниндәй һөнәргә өйрәткәндәрен һөйләп, студенттарҙың нисек уҡығанын һәм йәшәгәнен күрһәтә торғайны. 9-сы класты тамамлағас, мин ошо уҡыу йортонда белем алдым, — тип хәтер йомғағын һүтте Гөлнара Солтанова.
1994 йылда училищены тамамлап, Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы юллама буйынса Ҡариҙел районына эшкә килә. Башҡорт әҙәби телендә һөйләшеп үҫкән йәш белгесте мәғариф бүлегендә осратып, уның таҙа телмәренә һоҡланып, ул саҡта Балмазы мәктәбе директоры булып эшләгән Зилә Нәжметдинова башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыра.
— Түбәнге Балмазыға ҡариҙелдәргә таныш булған “Заря” теплоходында барҙым. Был яҡтарҙың матурлығын күреп, шунда уҡ ғашиҡ булдым, — тип иҫкә алды ул саҡтарҙы мәҡәләм геройы.
Белемгә ынтылыусы йәш уҡытыусы тәүҙә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын, һуңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Туған тел нескәлектәрен яҡшы белгән инициативалы белгесте башҡорт телендә сығыусы “Хазина” район гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. Райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Гөлнара Солтанова район мәҙәниәт бүлегендә методист булып та эшләп ала.
2019 йылда ул бала сағынан ғашиҡ булған һөнәренә кире ҡайтып, яңы төҙөлгән Абыҙ мәктәбенә эшкә урынлаша. Маҡсатсан, егәрле, телһөйәр уҡытыусы бер үк ваҡытта бер нисә йыл рәттән “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең районыбыҙҙағы хәбәрсеһе булараҡ урындағы халыҡтың тормош-көнкүреше, Ҡариҙелдең күренекле шәхестәре, мәҙәниәте, тарихы, яңылыҡтары менән таныштырып барҙы.
Өлгөрлөгө, ойоштороу һәләте менән һоҡландырған Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы үткән йыл башҡорт телендәге “Остаз” проектында ла ҡатнашты. “Йыл уҡытыусыһы-2024” муниципаль конкурсында һөнәри оҫталығын һынап, лауреат булды һәм төбәк-ара бәйгелә Ҡариҙел районы данын уңышлы яҡланы.
— “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең һәр этабы ҡабатланмаҫ һәм мауыҡтырғыс булды. Беренсе турҙа ҡала мәктәбенең таныш булмаған класында дәрес күрһәттек. Һөнәри белемде диагностикалау һөҙөмтәһе буйынса мин иң юғары балл йыйҙым. Киләһе этапта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары менән башҡорт киноһы тураһында һөйләштек. Спикер итеп мин танылған кинорежиссер, продюсер, сценарийҙар яҙыусы Айнур Асҡаровты саҡырҙым.
Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса конкурс ҡатнашыусыһы дипломын тапшырғас, шуның менән тамамдыр, тип уйлап өлгөргәйнем. Тик, шунда уҡ икенсе турға уҙыуым хаҡында әйттеләр. Мин унда ла юғары балдар йыя алдым. Йомғаҡлау этабында ойошторолған пресс-конференцияла Башҡортостандың күренекле шәхестәре беҙгә һорауҙар бирҙе. Бәйгене тантаналы ябыу сараһында “Ижади эҙләнеүҙәр һәм үҙенсәлекле ҡарарҙар” номинацияһында еңеүем тураһында белдем. Әлбиттә, бик шатландым. Миңә һәр саҡ ярҙам итеүсе район мәғариф бүлеге начальнигы Руслан Илдус улы Мусинға, туған телдәр буйынса методист Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Сафинаға, хеҙмәттәштәрем Абыҙ һәм Озерки мәктәптәренән Лиана Динисламоваға һәм Айгөл Дәүләтшинаға, беҙҙе һәр саҡ имен-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан водителдәргә сикһеҙ рәхмәтлемен. Мине дәртләндереп торған ғаиләмә, туғандарыма, коллективыма һәм күршеләремә, бигерәк тә Хафизовтар ғаиләһенә рәхмәттәремде белдерәм, — тине бәйге тураһында тәьҫораттары менән бүлешкәндә Гөлнара Солтанова. — Конкурста ҡатнашыу оҡшаны. Беренсенән, ул бик мәртәбәле. Икенсенән, үҙемдә ышаныс артты, сөнки беҙ ҡайһы саҡта белгәндәребеҙҙе башҡаларға еткерә алмайбыҙ. Бәйге һынауҙары иһә һөнәри оҫталығыңды күрһәтә белергә, аса алырға өйрәтә. Ҡала гимназияларында, лицейҙарында һәм колледждарында эшләүсе башҡорт теле уҡытыусылары янында мин бер үҙем ауыл мәктәбенән булып, улар менән бер кимәлдә сығыш яһай алыуыма ла ҡыуандым. Беҙҙе баһалаусы комиссияның асыҡ һәм ғәҙел булыуы ла оҡшаны.
Гөлнара Солтанова маҡсатсан, заман менән бергә атлаусы алдынғы уҡытыусы ғына түгел, әүҙем йәмәғәтсе, хәстәрлекле әсә, һөйөклө ҡатын һәм шәфҡәтле, миһырбанлы ҡыҙ ҙа. Уның тормош иптәше 2022 йылдың көҙөндә үк махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгәне өсөн хәрби наградаларға эйә булған.
— Башҡалар һымаҡ мин дә ирем менән ғорурланам һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙым менән уның өсөн бик ныҡ борсолабыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ирем оҙаҡ өйҙә булмағас, әлбиттә, ауыр. Шуныһы һөйөнөслө: беҙгә ауылдаштар, иремдең һәм үҙемдең хеҙмәттәштәр ярҙам итеп тора. Яңыраҡ эштән ҡайтыуыма Абыҙ ауылының урман сәнәғәтсеһе Артур Ибраһимов өй янына утын килтереп ҡуйған. Бик ҡыуандым, рәхмәт уға. Әйткәндәй, ул ағас материалдарын һалдаттар өсөн МХО-ға ла алып бара, — тип, кәрәк саҡта ярҙам итеүселәргә рәхмәттәрен дә еткерҙе донъя йөгөн үҙ иңдәрендә тартыусы көслө рухлы гүзәл зат.
Тормош һынауҙарына бирешмәй, ҡуйған маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы һоҡланғыс райондашыбыҙға тик уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы сәләмәтлек һәм, иң мөһиме, тормош иптәшенең иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районы.

Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Көслө рухлы, әүҙем гүзәл зат
Автор:
Читайте нас: