Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель , 08:00

Иғтибар: Яңы фән!

Быйыл 1 сентябрҙән илебеҙ мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн яңы дәрес буласаҡ.    

Иғтибар: Яңы фән!
Иғтибар: Яңы фән!

Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Ғаиләне өйрәнеү» тигән яңы предмет индерелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә вице-премьер Татьяна Голикова ошо турала белдергән.

«Уны «Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү» йәки кластан тыш эш буйынса индерәбеҙ. Әйткәндәй, был ғәҙәти дәрес түгел. Уҡытыусы менән балалар араһында ғаилә ҡороуға ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү булырға тейеш, — тигән  Татьяна Голикова. 

Йәғни мәктәптә үк ғаилә ҡиммәттәре өйрәнелә башлаясаҡ. 

Әйткәндәй, «Ғаилә» милли проекты әҙерләнә башлаған да инде. Уны булдырыу тураһында Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-04-05/i-tibar-ya-y-f-n-3716345?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: