Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Апрель , 21:30

Мишкәлә VI республика полилингваль фестивале үтте

Тулыраҡ: 

Бөгөн Мишкәлә  республикабыҙҙың күп профилле полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары өсөн VI республика полилингваль фестивале үтте.

Унда республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан, райондарынан ҡунаҡтар, шулай уҡ Алтай крайынан делегация йыйылды.

Сараны  асыу тантанаһы Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә үтте.

Сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тормошто тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Дамир Вәзир улы Рысаев, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалиә Рәсих ҡыҙы Сафиуллина, Мишкә ауылының күп профилле полилингваль 2-се мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вероника Альбертовна Ибагишева сығыш яһаны.

Сараның тантаналы өлөшөнән һуң фестивалдә  ҡатнашыусылар эштәрен күп профилле полилингваль 2-се мәктәбендә дауам итте. Унда асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары ойошторолдо. Эшлекле осрашыу пленар ултырыш менән тамамланды.

Лилиә Хәсәнова.

Читайте нас: