+7 °С
Болотло
Башҡортостанда сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләрен Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға саҡыралар. «Бергәләп бирәбеҙ! БДИ-ны ата-әсәләр менән тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башланғысы менән һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы теләгән һәр кемде республика сараһында ҡатнашырға саҡыра. Быйыл ата-әсәләргә тарих буйынса имтихан тапшырырға тәҡдим итәләр. Ул 23 мартта үтәсәк.