Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль , 16:00

Фән менән шөғөлләнеүсе династия

Биология фәндәре кандидаты Айгөл һәм педагогика фәндәре кандидаты Гөлдәр Исхаҡовалар ата-әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итә.

Фән менән шөғөлләнеүсе династия
Фән менән шөғөлләнеүсе династия

 

1999 йылдың 8 февраленән Рәсәйҙә фән көнө билдәләнә. Йәмғиәттең үҫешендә фәндең роле иҫ киткес ҙур. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш районында урынлашҡан юғары уҡыу йорто ла студенттарға киң профилле белем биреүҙән тыш фәнде үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индерә. Унда тотош ғаилә династияһы менән эшләүсе уҡытыусы ғалимдарыбыҙ бар. Фән менән шөғөлләнеүсе династияның матур эшен дауам итеүсе ҡыҙҙарыбыҙ Гөлдәр һәм Айгөл  Исхаҡовалар тураһында булыр һүҙебеҙ.

Тимербай Ҡунаҡбай улы һәм Зилә Баймөхәмәт ҡыҙы Исхаҡовтар Бөрө дәүләт педагогия институты хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары араһында яҡты хәтирә ҡалдырҙы.

Тимербай Исхаҡов 1940 йылда Күгәрсен районы Ҡалай ауылында тыуа. Шулай ҙа бала сағы, үҫмер йылдары Аралбай ауылы менән бәйле була. Мәктәпте һәм Мораҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Педучилищела каллиграфияға иғтибар ныҡ бирелгәнлектән, ул иҫ киткес матур яҙһа, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡыу уны башҡорт, рус һәм сит ил әҙәбиәте менән дуҫлаштыра.

Тырыш, аҡыллы дипломлы белгес хеҙмәт юлын Өфөлә башлай. Ә 1967 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының педагогика һәм психология кафедраһына эшкә килә.

Ҡалала ул Архангель районының йәмле Инйәр буйында урынлашҡан  Тәүәкәс ауылы ҡыҙы, хәҙер инде Бөрөләге юғары уҡыу йортон тамамлап, шунда уҡ эшкә ҡалған Зилә Баймөхәмәт ҡыҙы менән таныша. Күп тә үтмәй Бөрөлә үрнәкле, матур ғаилә барлыҡҡа килә.

 Тимербай ағай А.И.Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның фәнни хеҙмәттәре башҡорт халыҡ педагогикаһы традициялары аша балаға рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә бағышлана. Шулай итеп, тырыш Тимербай Ҡунаҡбай улы ассистент, доцент, кафедра мөдире, аҙаҡ килеп факультет деканы дәрәжәһенә күтәрелә. Бөрө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡара. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында туған тел уҡытыуҙы индереү, дәүләт теле булараҡ Бөрөлә башҡорт теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса эштәр менән яна. Шул уҡ ваҡытта фәнни эшмәкәрлеген ташламай. Төрлө матбуғат биттәрендә, конференция материалы йыйынтыҡтарында 50-нән ашыу ғилми мәҡәләһе баҫыла. Йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланған эшмәкәрлеге иһә БР-ҙың һәм РФ-ның халыҡ мәғарифы отличнигы исеме менән баһалана.

Зилә апайҙың фәнни эше биология өлкәһе менән бәйле була. Ҡазан дәүләт университеты ғилми советында “Төрлө хәрәкәттәге нерв процесында балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген һәм аҡыл йөкләнешен вегетатив ҡабул итеү характеристикаһы”  темаһына уңышлы диссертация яҡлай һәм биология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә өлгәшә.

Исхаҡовтар ғаиләһе аҡыллы ике ҡыҙға – Айгөлгә һәм Гөлдәргә матур тәрбиә бирә. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Айгөл әсәһенең юлынан китә. Бөрө дәүләт  педагогия университетының химия һәм биология факультетын тамамлап, Ҡазанға аспирантураға уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта Белорет районында уҡытыусы булып эшләргә өлгөрә. 1997 йылда  "Төрлө ҡеүәттәге физик йөкләмә шарттарында 5-7 йәшлек балаларҙың йөрәк эшмәкәрлеге" темаһына фәнни тикшеренеү эшен яҡлай. Бөгөн кешеләрҙең һәм хайуандарҙың физиологияһы буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. 20 йыл тыуған ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда эшләгәндән һуң бөгөн Ҡазандағы физкультура, спорт һәм туризм Иҙел буйы дәүләт университетының медицина һәм биология кафедраһында ғилми һәм уҡытыу эшмәкәрлеген дауам итә. Ул 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр, монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы.

Гөлдәр иһә мәктәптән һуң Бөрө медицина һәм фармацевтика училищеһына уҡырға инә. Юғары белемде шул уҡ уҡыу йортонда алып, аспирантурала уҡыуын Өфө ҡалаһында дауам итә. “5-7 йәшлек балаларҙың әҙәби-музыкаль үҫешендә педагогик шарттар” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Бөгөн ул атаһы Тимербай Ҡунаҡбай улы кеүек педагогика, этнопедагогика һәм этнопсихология менән шөғөлләнә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың креатив фекер йөрөтөүе буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. Уның авторлығында 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт иҫәпләнә.

Шулай итеп, төплө белемле ҡыҙҙар – биология фәндәре кандидаты Айгөл һәм педагогика фәндәре кандидаты Гөлдәр Исхаҡовалар ата-әсәһенең юлын дауам итәләр.

 

Ғәлиә Ғәниева

Фән менән шөғөлләнеүсе династия тураһында тулыраҡ "Йәнтөйәк" гәзитенең 3-сө һанында  уҡый алаһығыҙ.

Фән менән шөғөлләнеүсе династия
Фән менән шөғөлләнеүсе династия
Фән менән шөғөлләнеүсе династия
Читайте нас: