Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар , 09:10

Талантлы егет менән ғорурланабыҙ

Башҡорт дәүләт медицина университеты  дауалау факультетының 5-се курс студенты Марат Шафиҡов үҙе һайлаған юғары уҡыу йортоноң тормошта бик яҡшы старт майҙансығы буласағына ышана.

Талантлы егет менән ғорурланабыҙ
Талантлы егет менән ғорурланабыҙ

 

Студент саҡ —  тормошта иң күркәм осор, өмөт һәм амбициялы ынтылыштар ваҡыты. Кисәге уҡыусы өсөн фәнни донъяның тәрәнлектәре асылған һәм тирә-яҡ ысынбарлыҡ ҙур ижади лабораторияға әйләнгән ваҡыт. Беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар был хәҡиҡәттәрҙе илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттары аудиторияларында аңлай, техник һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге ғилми берләшмәләрҙә Кесе  Ватанды лайыҡлы күрһәтә.

Башҡорт дәүләт медицина университеты  дауалау факультетының 5-се курс студенты Марат Шафиҡов үҙе һайлаған юғары уҡыу йортоноң тормошта бик яҡшы старт майҙансығы буласағына ышана.

Марат  2019 йылда Борай ауылының 3-сө  урта  мәктәбен  тамамлай. Уҡыу йылдарында үҙен намыҫлы, маҡсатҡа ынтылышлы, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп күрһәтә. Ул мәктәп һәм тыуған районы тормошонда әүҙем ҡатнаша,  мәктәп КВН командаһында ла уйнай. Марат —  муниципаль олимпиадалар призеры, еңеүсеһе, экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының  төбәк этабы призеры, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса кесе фәндәр академияһы  сиктәрендә тикшеренеү эштәренең муниципаль этабы еңеүсеһе,  “Кеше тарихта. XX быуат” Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашыусы. Химия буйынса  БДИ-ла  98 балл йыя! Ул иң яҡшы уҡыусы ғына түгел, спортсы ла. Саңғы ярыштары буйынса муниципаль һәм төбәк ярыштарының күп тапҡыр призеры һәм еңеүсеһе була.

Марат бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Ул университет йыйылма командаһы лидеры, саңғы ярыштары буйынса Рәсәй медицина һәм фармацевтика вуздары араһында Рәсәй чемпионаты призеры һәм Рәсәй чемпионы, уҡыу алдынғыһы. Медицина университеттары студенттары өсөн акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше буйынса “Сәмәрҡәнд – 2020”  халыҡ-ара олимпиадаһында  еңеү яулай, акушерлыҡ һәм гинекология буйынса студенттарҙың юғары уҡыу йорто эсендәге олимпиадала призер була.

Марат ғилми эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнергә өлгөрә. Ул  БДМУ-ның 1-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһының ғилми түңәрәге старостаһы. Марат Рәсәй фәнни цитаталар индексы  ядроһы базаһына ингән журналдарҙа ғилми баҫмалар авторы.

Акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, еңеү яулай.

Марат  Кесе  Ватаны   тураһында ла онотмай. Ул мәктәп сараларында йыш ҡатнаша, уҡыусылар менән осрашыуҙар һәм әңгәмәләр үткәрә, үҙенең уҡытыусылары менән  даими бәйләнештә тора. Туған мәктәбе  уның менән лайыҡлы  ғорурлана. Беҙ Маратҡа ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмаҫҡа, фән һәм спорттың яңы үрҙәрен яулауын теләйбеҙ.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Борай районы.

Талантлы егет менән ғорурланабыҙ
Талантлы егет менән ғорурланабыҙ
Талантлы егет менән ғорурланабыҙ
Талантлы егет менән ғорурланабыҙ
Автор:
Читайте нас: