Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар , 14:05

Аҡыллы, маҡсатсан һәм талантлы ҡыҙ

Алһыу Хәмәтшина белем алыу менән бер рәттән колледжда башҡорт теленән студенттарҙы уҡытырға ла өлгөрә.

Аҡыллы, маҡсатсан һәм талантлы ҡыҙ
Аҡыллы, маҡсатсан һәм талантлы ҡыҙ

25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнө. Студенттар хаҡындағы «бер төн эсендә ҡытай телен өйрәнә һәм ярты йыллыҡ белемде үҙләштерә» тигән һүҙ бер аҙ шыттырыу булһа ла, дөрөҫлөккә яҡын. Өлгөрлөк буйынса уларға көнләшергә генә ҡала. Бөгөнгө студенттарыбыҙ бер юлы белем алырға, эшләргә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.
Белем алыуға һәм даими үҙ-үҙеңде үҫтереүгә ынтылыш һәр ваҡыт уңышлы студентты башҡаларҙан айырып торған иң мөһим сифаттарҙың береһе булып тора. Ундайҙар иҫәбендә филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының “Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, сит (инглиз) теле” профиле буйынса 4-се курста уҡыған Алһыу Хәмәтшина бар.
Бала сағынан уҡ Алһыу уҡытыусы булырға хыяллана. Университетта ла төрлө-төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның эштәре һәм докладтары студенттарҙың ғына түгел, юғары мәктәп уҡытыусыларының да иғтибарын йәлеп итә.
Студенттар көнөнөң мөһимлеге тураһында фекер алышҡанда, Алһыу был көн бөтә студенттарға белем алыу, үҫеш һәм дуҫлыҡ тураһында иҫкәртеү булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Студенттар көнө студенттарға үҙҙәренең ҡаҙаныштарын билдәләргә, яңы белемгә ынтылырға һәм таланттарын асырға мөмкинлектәрен киңәйтә,” – ти ул.
Алһыу – аҡыллы, маҡсатсан һәм талантлы студент. Ул үҙенең белемен һәм һөнәри үҫешен мөмкин тиклем файҙаланырға тырыша. Белем алыу менән бер рәттән колледжда башҡорт теленән студенттарҙы уҡытырға өлгөрөүе курсташтары өсөн ысын илһам сығанағы булып тора. Беҙ Алһыуҙың уҡыуында артабан уңыштар теләйбеҙ һәм уның юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуына ышаныс белдерәбеҙ.
Илшат Ҡазыханов.

Автор:
Читайте нас: