Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Декабрь 2023, 10:00

Минең педагогик династиям

Мортазиндарҙың дөйөм педагогик стажы — 405 йыл

Минең педагогик династиям
Минең педагогик династиям

Мортазиндарҙың уҡытыусылар династияһы олатайым Морис Миңлеғәли улы Мортазиндан башлана һәм уны ҡустылары һәм һеңлеләре дауам итә. Дөйөм педагогик стажыбыҙ — 405 йыл.
Олатайым Морис Миңлеғәли улы Мортазин Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1945 йылдың февралендә, Борайға ҡайта. 1945 йылдың 1 мартынан 1953 йылдың авгусына тиклем 1-се урта мәктәптең хәрби етәксеһе була. 1953 йылда ситтән тороп пединститутты тамамлай һәм ошо мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә. 1961 йылдан директорҙың производствоға өйрәтеү һәм уҡытыу бүлеге буйынса урынбаҫары була. Педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса ҙур йәмәғәт эше алып бара. 13 йыл район хәрби етәкселәренең методик берекмәһе етәксеһе һәм 9-сы класс егеттәренең лагерь йыйындары начальнигы, мәктәптең ДОСААФ комитетының алыштырғыһыҙ рәйесе, район уҡыусылары турслеттарының баш судьяһы була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Олатайымдың бер туған ағаһы Ғилмулла Миңлеғәли улы Мортазин — педагогия фәндәре кандидаты, педагог-методист (1964), 1985 йылда педагогия фәндәре профессоры була. Ул РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Башҡорт педагогия институтын тамамлағандан һуң, уҡытыусы, ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире, 1951-1962 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы директоры, 1965-1985 йылдарҙа БДУ-ла педагогика кафедраһы мөдире булып эшләй. Баҫтырып сығарған фәнни тикшеренеүҙәре урта мәктәптә тәбиғәт белемен һәм биологияны уҡытыу методикаһына, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған. 10-дан ашыу уҡыу-методик белешмәләр авторы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.
Олатайымдың һеңлеһе Әсмә Миңлеғәли ҡыҙы Мортазина — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Борай районының беренсе пионервожатыйы була. Уҡытыусы һөнәре уның өсөн ғүмерлек эше. Маҡсатҡа ынтылышы, үҙ көсөнә ышанысы, ғәҙеллеге, изгелеге, һәр баланың яҙмышына яуаплы мөнәсәбәте менән ул үҙенең уҡыусылары араһында абруй яулай.
Олатайымдың һеңлеһе Дания Миңлеғәли ҡыҙы Тимербаева (Мортазина) ла башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогия институтын тамамлағас, ғүмер буйы Өфө ҡалаһында биолог булып эшләй, ҡала район мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исеме бирелә.
Олатайымдың тағы ла бер һеңлеһе — Асия Миңлеғәли ҡыҙы Мортазина география уҡытыусыһы булып эшләй.
Олатайҙың ике туған ағаһы Марат Миңлемулла улы Мортазиндың ҡатыны Заһиә Мәүли ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Ул уҡыусыларҙа телмәрҙе, логик фекерләүҙе, үҙаллылыҡты һәм ижади әүҙемлекте, эстетик зауыҡты үҫтерә. Дәрестәре аҡыл даирәһен киңәйтә, дөйөм мәҙәниәт һәм интеллект кимәлен күтәрә. РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Олатайымдың ике туған ағаһы Марс Миңлемулла улы Мортазиндың ҡатыны Лилиә Әлзәм ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы, халыҡ мәғарифы отличнигы. Ул һөнәри оҫталығы менән бүлешә, башҡаларға тел күнекмәләрен камиллаштырырға ярҙам итә, беҙҙе әүҙем һәм инициативалы эшмәкәрлеккә этәрә.
Атайым Илдар Морис улы Мортазин — СССР Хәрби-һауа көстәренең запастағы капитаны. 19 йыл йәш һалдаттарҙы вертолеттарҙы һәм самолеттарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәтә.
Атайымдың ике туған һеңлеһе Резеда Мәхмүт ҡыҙы Хәйбуллина (Мортазина) Өфө ҡалаһында биология уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡыусылар менән мөнәсәбәттәрҙе хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара аңлашыу нигеҙендә төҙөй, уларҙың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дәрестәрҙе йәнле итеп үткәрә. Уҡыусылар менән берлектәге эшмәкәрлекте оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә уларҙың тыңлау, аңлау һәләтен үҫтерә. Быларҙың барыһы ла уның хеҙмәт һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһай. Йыл һайын уның уҡыусылары ҡала олимпиадаларында ҡатнаша һәм һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Атайымдың ике туған һеңлеһе Лилә Николаевна Мәхмүтова (Мортазина) — химия һәм биология уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары ла йыл һайын ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеүсе һәм призер була.
Атайымдың ике туған ағаһының ҡатыны Луиза Марат ҡыҙы Хәсәнова (Мортазина) — математика уҡытыусыһы. Талапсан һәм талантлы уҡытыусының уҡыусылары ла уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора: предмет олимпиадаларында, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа еңеү яулай.
Ике туған ағайым Айдус Фәнис улы Мортазиндың ҡатыны Альбина Ваһиз ҡыҙы башланғыс кластарҙы уҡыта. Һәр уҡыусыһына шәхес итеп ҡарап, уларҙың һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен асырға, үҫтерергә тырыша. Башланғыс класс уҡыусылары менән был ғәжәйеп донъяны ҡат-ҡат танып белә алыуы менән бәхетле ул.


Әнисә Мортазина.

Борай районы.

Минең педагогик династиям
Минең педагогик династиям
Автор:
Читайте нас: