Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2023, 15:19

Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ

Көҙгө каникул ваҡытында туған телдәр уҡытыусыларының район методик берекмәһе сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Сара һуңында телһөйәр уҡытыусылар “Йәнтөйәк” гәзитенә киләһе йылға ла яҙылырға һүҙ беркетте.
Сара һуңында телһөйәр уҡытыусылар “Йәнтөйәк” гәзитенә киләһе йылға ла яҙылырға һүҙ беркетте.

Берекмә етәксеһе Тәфкиә Риф ҡыҙы Хәзиева 1-се сиректә өлгәшелгән уңыштарға, белем биреү сифатына төплө анализ яһаны. М. Кәримдең тыуған көнөнә арналған интернет-викторинала призер булған уҡыусыларҙы, уларҙың остаздарын атап, ихлас тәбрикләне. Туған телдәр буйынса методист Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Сафина Дыуан районында ойошторолған “Остаз” төбәк конкурсында ҡатнашҡан башҡорт теле уҡытыусыларына рәхмәт белдерҙе. Ошо сарала ҡатнашҡан Озерки мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Финат ҡыҙы Дәүләтшина бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Артабан икенсе сиреккә яңы пландар, маҡсаттар билдәләнде, төрлө мәсьәләләр буйынса һорау-кәңәштәр яңғыраны. Ҙур этнографик диктантта ҡатнашыу мөһимлеген дә уҡытыусылар дәррәү күтәреп алды.

Авторы: Голнара Солтанова.

Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ
Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ
Автор:
Читайте нас: