Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Октябрь 2023, 16:25

Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.

Бөгөн  Асҡын 1-се урта мәктәбендә уҙған шиғриәт бәйгеһендә Сураш мәктәбенең 7-се класс  уҡыусыһы  Нияз Әхмәдинуров Гран-при яуланы!

Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.

Бөгөн Асҡын 1-се урта мәктәбендә районыбыҙҙың  уҡытыусы-остаздары яҙған шиғырҙарҙы һөйләү буйынса уҡыусылар араһында район  конкурсы уҙҙы. Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сараның маҡсаты:  уҡытыусы һөнәренә  иғтибар  йүнәлтеү,  йәмғиәттә уҡытыусы хеҙмәтенең мөһимлеге, уның роле  хаҡында һөйләшеү, изге һөнәргә ҡарата хөрмәт уятыу,  ветеран уҡытыусылар, остаздар менән осрашыу.

Бәйге беренсе тапҡыр ғына ойошторолоуына  ҡарамаҫтан, ул киң ҡоласлығы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡатнашыусылар Асҡын  районының төрлө ауылдары мәктәптәренән йыйылғайны, йәштәре лә төрлөсә: башланғыс класс уҡыусылары ла, өлкән кластар ҙа бар. Йәмғеһе 34 бала башҡорт һәм татар телдәрендә сығыш яһаны. Ойоштороусылары — район мәғариф бүлеге, туған телдәр      уҡытыусыларының район методик берекмәһе.

 Сараға йыйылыусыларҙы Асҡын 1-се урта мәктәбе директоры Фәрит Зәйнулла улы Шәймәрҙәнов, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова сәләмләне һәм  байрам ҡунаҡтарын — бар ғүмерҙәрен балаларға туған тел серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе, ә  бәйгелә ҡатнашыусы уҡыусыларға уңышлы сығыш яһауҙарын теләне.

Балалар  оло хөрмәткә лайыҡ тәжрибәле уҡытыусылар  Мәмдүнә Зарипова, Фәнирә Нәбиуллина, Зилә Нурлыева, Вәрисә Садыҡова,  Альфред Хәжимуллин, Мансур Нуриәхмәтов, Алита Шабанова, Фәнүс Нуретдинов,  Ирина  Мәснәүиева, Тимерхан Нурисламов, Зыя Күлбәков, Раушания   Шакирова, Зөһрә Ғәйнуллина, Зәкиә Сафина, Ришат Ғәлиәкбәров, Рөстәм  Ҡазыханов, Фәнизә Сәлимгәрәева,  Кәрим Ҡара, Лилиә Ғәлиева, Зәнил Фәйезов, Розалия Факкарова     яҙған шиғырҙарҙы тасуири һәм йәнле итеп уҡыны.   Уларҙың йәнле сығышын Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина етәкселегендә  оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветерандары Әнүзә Мостафа  Ғилфанова, Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова, Таңсулпан Ғәлиәкбәр ҡыҙы Хәжимуллинанан торған  жюри ағзалары баһаланы.

 Еңеүселәр 1-се—4-се, 5-се — 7-се, 8-се — 11-се класс уҡыусылары араһында айырым билдәләнде.   Призлы урындарҙан төшөп ҡалған уҡыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. 

Мәртәбәле  бәйгенең  Гран-прийына Сураш мәктәбенең 7-се класс  уҡыусыһы  Нияз Әхмәҙинуров (уҡытыусыһы Вәрисә Хәбип ҡыҙы Садыҡова)   лайыҡ булды!

Баһалама ағзалары урындарҙы билдәләгәнсе,   Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Айгөл   Ғилмийәрова  менән Азалия Шаһиева, Упҡанкүл мәктәбенең хөрмәтле уҡытыусыһы Зөлфиә Маҙһарова моңло йырҙарын бүләк итте.

 

Асҡын 1-се  урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Илүзә Әлтәф ҡыҙы Хәйруллина менән Эльвира Ғәли ҡыҙы  Лотфуллина матур итеп алып барған бөгөнгө сара  уҡытыусы һөнәренә тоғро булып, үҙенең төп эшенән тыш, ҡәләм тибрәтеүгә лә ваҡыт табып, шул тиклем мәғәнәле, йөрәктәргә үтеп инерлек  шиғырҙар яҙыусы райондаштарыбыҙҙың күп булыуын күрһәтте.  Кем белә, бәлки бәйгелә сығыш яһаған шиғриәт һөйөүсе уҡыусыларҙың   ҡайһы берҙәре   киләсәктә тормош юлын әҙәбиәт менән бәйләр. Башҡа тарафтан юл алғандар ҙа был йәмле, фәһемле осрашыуҙы яҡты хәтирә итеп йөрәгендә һаҡлар. Бына ниндәй осоштарға, асыштарға илһамландыра был сара!

Наилә Имаева.

Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Уҡытыусы. Остаз. Ҡәләм тибрәтеүсе.
Читайте нас: