

Үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләгән көндә республиканың ауыл ерендә эшләүсе бер төркөм йәш уҡытыусыһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан гранттар алды. Урмияҙ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғилмаева ла төбәк ярҙамына эйә булды.
2019 йылдың июлендә Радий Хәбиров йыл һайын ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе 100 йәш уҡытыусыға 600 мең һум күләмендә грант тапшырырға ҡарар иткәйне. 2020 йылда грантты алыусылар һаны артты. Быйыл 150 сертификат тапшырылды, ә уның күләме 690 мең һум тәшкил итте. Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында иң күбе 15 мең кеше булырға тейеш.
Грант алыусы йәш, перспективалы ауыл педагогтары араһында беҙҙең райондан тағы ла өс уҡытыусы бар. Улар: Асҡын 2-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Алиса Рәшит ҡыҙы Вәлинурова, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физкультура уҡытыусыһы Руслан Әлфир улы Яхин, башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Геннадьевна Чабина.
Был грантҡа дәғүә итеүселәрҙең эштәрен махсус комиссия баһалап, йыйған балдары буйынса рейтинг төҙөй. Премияға лайыҡ булыусы райондаштарыбыҙ араһынан Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы иң яҡшы 30 уҡытыусы исемлегенә 13-сө булып инеп, был төбәк ярҙамын Уҡытыусылар көнөндә Башҡортостан Башлығы ҡулынан тантаналы шарттарҙа алыуға лайыҡ була (һүрәттә).
Солтанбәк ауылында йәшәүсе Сәдидә һәм Мөхәмәтнур Миндейәровтарҙың алты балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килеп, теремек, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ булып үҫә. Өфө 1-се педагогия училищеһын тамамлағас, Урмияҙ урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгес ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетында рус теле һәм әҙәбиәте факультетында белем ала. Мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып та бер йыл эшләп ала. Артабан башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы. Тормош иптәше Рөстәм Әнүәр улы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Илназ улдарына — алты, Гүзәл ҡыҙҙарына өс йәш. Улар “Йәйғор” балалар баҡсаһына йөрөй. Йәш ғаилә өсөнсө балаларын көтә. Тырышып, хәләл көс менән яңы йорт һалғандар. Әле мейес һалып, йылылыҡ үткәргәндәр. Эске биҙәкләү эштәрен башҡарғас, өй туйларға йыйыналар. Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы дәүләт ярҙамына бик ҡыуанып, яңы өйгә ҙур бүләк булды, ти һәм йәш уҡытыусыларҙы шулай дәртләндергәндәре өсөн рәхмәт белдерә.
Наилә Имаева.
Асҡын районы.