Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2023, 09:00

Талантлы педагог, талапсан етәксе

Гөлсинә Рәүзәт ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.

Талантлы педагог, талапсан етәксе
Талантлы педагог, талапсан етәксе

Уҡытыусы һөнәре иң хөрмәтле, шул уҡ ваҡытта иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙ тәжрибәңде яңы ғына үҙ аллы һәм ҡатлаулы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш быуынға тапшыра белеү – талант. Шундай һәләтле уҡытыусыларҙың береһе Гөлсинә Рәүзәт ҡыҙы тураһында һүҙем.
Гөлсинә бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, тырыш, кеселекле, туған йәнле булып үҫә. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Һөнәр һайлау ҡыҙ өсөн ауыр булмай, сөнки бәләкәй кластарҙан уҡытыусы булырға хыяллана. 1994 йылда Таңатар урта мәктәбен тамамлап, Нефтекама педагогия колледжына уҡырға керә. Уны 1997 йылда тамамлап, юллама буйынса үҙенең тыуған яғына эшкә ҡайта. Йәш белгестең хеҙмәт юлы Дәүләкән ауылында башлана.
1998 йылда Гөлсинә Рәүзәт ҡыҙы кейәүгә сыға. Финарит Анатолий улы менән бергә Рәмилә, Ралина һәм Рания исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
2000 йылда Гөлсинә Рәүзәт ҡыҙы тыуған ауылы Таңатар мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Дәрестәрен мауыҡтырғыс, йөкмәткеле итеп алып бара, шуға ла уҡыусылары һәр саҡ көтөп ала. Класс етәксеһе булараҡ балалар менән эште оҫта ойоштора, уларҙы ҡыҙыҡһындыра, эшкә йәлеп итә белә.
Гөлсинә Галкова — талантлы, ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән уҡытыусы. Бөрө социаль-педагогия академияһында ситтән тороп белем ала. Маҡсатсан уҡытыусы 2006-2008 йылдарҙа — директорҙың туған телдәр буйынса, ә 2012 – 2014 йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2014 йылдан бөгөнгәсә мәктәп директоры вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Гөлсинә Рәүзәт ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Балалары әсәләрен уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Рәмилә ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай. Ралина менән Рания бөгөн мәктәптә уҡый.
Гөлсинә Галкова күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район мәғариф бүлеге грамоталарына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Район уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә иһә тәжрибәле уҡытыусыны тағы ла бер ҙур бүләк көтә. Уға “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем биреләсәк.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас