Асыҡ сырайлы, изге күңелле, ярҙамсыл, әүҙем, ихлас кешеләр һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тарта. Абдулла ауылында йәшәүсе күпте күргән, күпте кисергән Римма Дәүләтйән ҡыҙы Сәмиғуллина ла нәҡ шундайҙарҙың береһе. Илһөйәрлеге, уңғанлығы менән айырылып торған ағинәйҙең тормош һәм хеҙмәт юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.Римма апай 1942 йылда Ғәзимә Ғилманша ҡыҙы һәм Дәүләтйән Дауыт улы Дауытовтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы ауыр, михнәтле һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Бар эшкә лә өйрәнеп, ныҡ булып үҫә. Мәктәптә туғыҙ класс белем алғас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан һуң ауыл клубына кассир-моторист булып эшкә күсә. Ике йыл ауыл халҡына кино күрһәтеп, мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашып, үҙен яуаплы хеҙмәткәр итеп танытҡан Римма Дәүләтйән ҡыҙын клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Артабанғы бар ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлап, ошо вазифала хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫ менән эшләй Римма Сәмиғуллина.
— Эшемде шул тиклем яраттым, бар күңелемде, көс-дәртемде, тырышлығымды һалдым. Ауылыбыҙ халҡы ла бик һәләтле ине. Гармунсылар, йырсылар һәм бейеүселәр күп булғас, урындағы мәҙәни тормош та гөрләп торҙо. Һәүәҫкәр артистар менән концерттар әҙерләйбеҙ, спектаклдәр ҡуябыҙ, осрашыу кисәләре үткәрәбеҙ. Халыҡ үҙешсән сәнғәттә бик әүҙем ҡатнаша ине. Леспромхоз менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Уларға барып, ”Йәшен” тигән стена гәзитен дә даими сығара торғайным. Магинск ауылында урындағы ағинәйҙәр менән ҡумыҙсылар ансамбле лә төҙөп, төрлө мәҙәни сараларға йән өрөп, сығыш яһаныҡ. 1972 йылда Абдуллала яңы клуб асылғас, ауылыбыҙ тағы ла йәмләнеп киткәндәй булды, — тип ул йылдарҙы иҫкә алып һөйләне Римма Дәүләтйән ҡыҙы.
— Римма апайҙан башҡа ауылыбыҙ тормошон күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ул шул тиклем әүҙем, тынғыһыҙ, оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй. Клубта эшләгән сағында мәҙәни саралар үткәреүҙән тыш, йәш быуынды тәрбиәләүгә, айыҡ сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирҙе. Йәштәрҙе берләштереп, матур кисәләр, осрашыуҙар ойоштороп, тәрбиәүи-ағартыу эштәре алып барҙы. Егеттәрҙе армияға оҙатыу йәки уларҙы матур итеп ҡаршы алыу булһынмы, барыһы ла шундай йәнле, иҫтә ҡалырлыҡ үтә ине. Ә ниндәйерәк итеп Римма апай комсомол туйҙарын ойоштороп үткәрә торғайны! Хәҙер уларҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
Халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү маҡсатында ла арымай-талмай эшләне ул, — тип Римма Дәүләтйән ҡыҙын оло ихтирам менән телгә алды Абдулла ауылында тыуып үҫеп, урындағы мәктәптә 10 йыл эшләп, бөгөн Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Зәйфә Зарифулла ҡыҙы Саматова.
Римма Дәүләтйән ҡыҙы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауыл һәм район Советына ла бер нисә саҡырылыш депутат итеп һайлана. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының да алыштырғыһыҙ ағзаһы була.
Рухлы ағинәй район гәзитенең һәм “Йәнтөйәк” район-ара баҫмаһының да тоғро дуҫы. Ул беренселәрҙән булып матбуғат баҫмаларына яҙылып, башҡаларға өлгө булып тора.
Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Римма Дәүләтйән ҡыҙы бөгөн балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерә. Мәснәүи Вәлинур улы менән 35 йыл татыу ғүмер итеп, үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, тырыш, егәрле өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Роза, Лидия, Эльвира барыһы ла ауылда ғаилә ҡороп, әсәләренә күрше генә булып бәхетле тормош көтә, уға һәр саҡ терәк-таяныс булып тора. Күптән инде үҙҙәре әсәй, өләсәй булған. Эльвир улы иһә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, бер ҡыҙ үҫтерә. Үҙе Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Әсәһе янына ҡайтып, әленән-әле ярҙам итеп тора. Бәхетле өләсәй бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәрен, 11 бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, донъя мәшәҡәттәре менән ҡайнап йәшәй тынғыһыҙ ағинәй: һарыҡ аҫрап, тауыҡ ҡарап, баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереп, донъяһын гөл-сәскәгә күмә. Ҡул эштәрен дә ташламай, бөгөн дә ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй.
Бәләкәйҙән дини тәрбиә алып үҫкән ағинәй бөгөн үҙе изге доғалары менән иман нурҙары таратып йәшәй, намаҙ уҡый, ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға именлек теләп, доға ҡыла, дини мәжлестәрҙә Ҡөрьән аяттары уҡый, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һуңғы юлға тәрбиәләп оҙатырға ярҙам итә.
Бына шулай, йылы һүҙе, хәйер-фатихалары, фәһемле кәңәштәре, яҡты йөҙө менән һәр кемде үҙенә тартып тора Римма Дәүләтйән ҡыҙы. Шуғалыр ҙа уның нурлы йортонан кеше өҙөлмәй, килгән береһен ихлас ҡаршы алып, хәләл ризыҡтар менән һыйлап, фатихаларын биреп оҙата.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт. Тормошто ныҡ яратам, ә бөтөн шатлыҡ эштә, ауыр ҡайғыларҙы ла тик эш кенә еңә. Сәм ул тормоштоң йәмен табып йәшәгәндәрҙә генә була. Эргәмдә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем булғанға бик шатмын”, – ти шөкөр итеп, һәр саҡ күтәренке рухлы, ғәжәйеп зиһенле, йор һүҙле булыуы менән айырылып торған ағинәй.
Наилә Имаева.