Биреләге сарала Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиле, Башҡортостан Республикаһы Архив эштәре идараһы начальнигы урынбаҫары Алексей Пешков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов, Мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге идараһының мәғариф сифатын баһалау һәм контроль бүлеге башлығы Әлфиә Баҡыева кеүек мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Байрамға район китапханаһы "Балтас районы – кешеләр һәм хеҙмәте менән данлыҡлы" тип аталған тематик күргәҙмә әҙерләгәйне. Унда район тураһындағы баҫмалар ҡунаҡтар иғтибарына тәҡдим ителде: урындағы яҙыусыларҙың китаптары, танылған яҡташтар тураһында альбомдар һәм район тарихы сағылған төрлө материалдар урын алғайны.
Район Мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған күргәҙмәлә шулай уҡ райондың заманса уҡыу-уҡытыу өлкәһе киң яҡтыртылды. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары үҙ ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. Һәр ойошма вәкиле уңышлы проекттары һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне.
— Районда һәләтле һәм белемгә ынтылыусан балалар күп. Уҡытыусыларыбыҙҙың һәм тәрбиәселәребеҙҙең балаларҙың һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен асыуға, шул йүнәлештә уларға һәр яҡлап та ярҙам итеүҙәренә шатмын, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев күргәҙмә ҡараған ваҡытта.
Быйылғы август кәңәшмәһе “Уҡыусыларҙы патриотик һәм һөнәри тәрбиәләүҙе ойоштороу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Балтас районы мәғариф ойошмалары эшмәкәрлеге системаһы" тигән тема аҫтында үтте.
Сара тураһында тулыраҡ "Йәнтөйәк" гәзитенең 23 август һанында уҡый алаһығыҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.