Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Август 2023, 10:00

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!

Зөбәржәт туйҙы 55 йыл бергә йәшәгәс билдәләйҙәр. Бындай һоҡланғыс миҙгел иң бәхетле парҙар өлөшөнә генә төшәлер ул. Хәлил ауылында йәшәүсе Роза Мөғәлим ҡыҙы һәм Барис Рухылбаян улы Абраровтар тап шундайҙарҙан.

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!

1968 йылда ғаилә ҡора улар. Икеһе лә педагогик хеҙмәт ветерандары, бөгөн хаҡлы ялда. Быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында был ғаилә тураһында яҙып үтмәһәк, яҙыҡ булыр ине, сөнки уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы бер быуатҡа тиң.
Ғаилә башлығы Барис Рухылбаян улы ауылдарында ғына түгел, тотош төбәгебеҙҙә билдәле шәхестәрҙең береһе. Хәлил урта мәктәбендә 20 йылдан ашыу балаларға белем бирә. Күп йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Күпме уҡыусы күңеленә яҡшы сифаттар орлоғо сәсеп, күпме ул-ҡыҙҙарҙың остазы булған ул! Талапсанлыҡ, яғымлылыҡ, миһырбанлылыҡ һәм башҡа сифаттарға эйә булған Барис Рухылбаян улын район хакимиәтендә лә күҙ уңынан ысҡындырмайҙар, шуға ла уны заманында ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был “дилбегәне” лә ул егерме йылдан ашыу тарта. Ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған, ихтирамлы етәксе була ул. Тыуған ауылын яратҡан, уның өсөн көйөп-янған шундай илһөйәр булып ҡала. Эшендә генә түгел, тормошта уң ҡанаты булған хәләл ефете Роза Мөғәлим ҡыҙы ни бары 19 йәшендә генә парта алдына килеп баҫа. Һәм хаҡлы ялға етеп, тағы бер-ике йыл эшләгәндән һуң ғына, пенсияға сыға. Шулай итеп, ул балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә 39 йылын бағышлай.
Абраровтар өс балаға ғүмер бирә. Кинйәләре Рөстәм водитель һөнәрен һайлаған, ә ҡыҙҙары Гөлшат, Гөлнара ата-әсәһе юлын дауам итеп, уҡытыусы булып эшләй. Әле уларҙың икеһенең дә хеҙмәт стаждары 30 йылдан ашып китә. Гөлшат Барис ҡыҙы — Хәлил, ә Гөлнара Барис ҡыҙы Абыҙ мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта. Юғары категориялы, тәжрибәле уҡытыусылар йәш педагогтарға һәр яҡлап өлгө, шулай уҡ күптәрҙең остаздары булып тора. Инде үҙҙәре күптән ғаилә бәхетенә төрөнөп, өләсәй-олатай булһалар ҙа, төп йорттарына, ата-әсәһе эргәһенә йыш ҡайталар.
Абраровтар йорто шул саҡтарҙа кескәй генә педсоветты хәтерләтеп ҡуя. Олпат Барис Рухылбаян улының да, һәр саҡ алсаҡ йөҙлә, мөләйем Роза Мөғәлим ҡыҙының да заманса педагогик технологияларҙы эйәрләп алған ҡыҙҙарына төплө кәңәштәре, аҡыллы һүҙҙәре һәр саҡ табыла.
Бына шундай күркәм ғаилә ошо көндәрҙә зөбәржәт туйҙарын билдәләй. Улар янына балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, күп һанлы туғандары йыйылып, иң изге теләктәрен еткерә.


Гөлнара Солтанова.

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас