Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Август 2023, 15:10

Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф

Асҡын  районы уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре  Өфөлә проект сессияһында ҡатнаша.

Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф
Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф

 Бөгөн  “СМАРТ” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында  мәғариф буйынса республика  август кәңәшмәһе сиктәрендә “Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф” тигән темаға  проект сессияһы  уҙа.

Унда    Асҡын 1-се мәктәбе уҡытыусыһы,  башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Эльвира Ғәлиева, Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова ҡатнаша.

Сараға йыйылыусылар өсөн  фәһемле, бай программа әҙерләнгән.  Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә  туған телде өйрәнеүсе төркөмдәрҙе нисек асырға?  Интернет селтәрендә туған телдә контентты нисек булдырырға? Баланы туған телгә ылыҡтырыуҙа киң мәғлүмәт сараларының роле, Ғаиләлә туған телдә тәрбиә биреүҙең роле, Милли балалар баҡсалары — милли мәктәптәр: туған телде уҡытыуҙа күсәгилешлек, туған телдә өҫтәмә белем алыу мөмкинселектәре: ҡайҙа белем алырға була?   һәм башҡа шундай көнүҙәк һорауҙар ҡарала был проект семинарында.

Наилә Имаева.

Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф
Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү системаһында милли мәғариф
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас