Музей – киләсәккә юл һалған, үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ. Шуға ла бигерәк тә мәктәптәрҙә тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар. Ҡарткиҫәк мәктәбендә лә был йәһәттән эштәр яҡшы ойошторолған. Бирелә мәктәп музейы рәсми рәүештә 2008 йылдың 10 мартында асыла һәм бына 15 йыл дауамында йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы тынғы белмәҫ мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина етәкселегендә ул тулылана, яңы экспонаттар менән байый бара.
Барыһы ла 1978 йылда, Фәнирә апай Ҡарткиҫәк мәктәбенә эшкә ҡайтҡас башлана.
- Бирелә эш башлағас, тарих кабинетында бер мөйөш булдырып, шунда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бөртөкләп материалдар йыя башланым. Әкренләп экспонаттар ҙа туплана барҙы. Артабан махсус шкафтар ҡуйып, унда һаҡлай башланым. 2008 йылда музей өсөн айырым бүлмә бирҙеләр. Шунан бөтә йыйылған экспонаттарҙы, балалар менән башҡарған тикшеренеү-эҙләнеү эштәрен, класс етәкселәре менән туплаған бай материалдарҙы тәртипкә килтереп, теҙеп урынлаштырҙым. Музейыбыҙ көндән-көн үҫте, тарихи экспонаттарға байыны. Ауыл халҡы ла, уҡыусылар ҙа ярҙам итте. 2018 йылда музей өсөн тағы бер бүлмә бирҙеләр. Уны мәктәп тарихына бағышланыҡ. Хәҙер бирелә бай мәғлүмәт тупланды. Бөтә материалдарҙы тәртипкә һалып, стендтар эшләп сығыуҙа айырыуса хеҙмәттәшем Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы Имаметдинова ярҙам итте. Берҙәм көс, тырышлыҡ менән йәш быуынға шундай хазина тапшыра алыуыма бик ҡыуанам. 2022 йылдың ноябрендә музейҙы федераль кимәлдә теркәнек. Хәҙер музейҙың логотибы ла бар, - тип музей эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне Фәнирә Мәүли ҡыҙы.
2019 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә музей яңы һулыш ала, тағы ла йәнләнә. Бөгөн бында нимә генә юҡ! Күп төрлө һәм йөкмәткеле экспозициялар уҡыусыларға тыуған яҡтың үткәнен өйрәнергә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, матур традицияларына ихтирам тәрбиәләүҙә, тарихтың төрлө осоронда ауыл үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр, күренекле яҡташтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа локаль бәрелештәр яугирҙары тураһында белергә ярҙам итә. Музей эшмәкәрлегендә Тыуған ил, ауыл, мәктәп тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусылар өсөн музейҙа үткәрелгән саралар балаларға бай тарихи мәғлүмәт бирә, ваҡиғаларҙы аңларға ярҙам итә.
Фәнирә Мәүли ҡыҙы күптән инде хаҡлы ялда булһа ла, ауыл тарихын, ауылдаштарының хеҙмәт юлын өйрәнеүҙе дауам итә, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, бөртөкләп материал йыя, Википедияла ла әүҙем эшләй. Мәҫәлән, “Ауылдың күренекле кешеләре”, “Ауылдың күп бала тәрбиәләүсе кешеләре” (10, 9, 8, 7, 6, 5 бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә арнап), “Яуҙа һәләк булған ауылдаштар”, “Еңеү менән ҡайтыусылар” һәм башҡа темаларға папкалар әҙерләгән. “Класташтар” төркөмөндә лә 150-нән артыҡ альбом эшләгән. Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан уҡытыусыларҙың тыуған көндәренә лә альбомдар бүләк итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары тураһында ла стенд әҙерләйҙәр.
Фәнирә апай һымаҡ халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, уның тарихын өйрәнеү, һаҡлау өсөн янып-көйөп йөрөүселәр барҙа музейҙарҙың киләсәге бар һәм йәш быуын тарих менән ҡыҙыҡһыныр, өйрәнер, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
Наилә Имаева.