Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
18 Апрель 2023, 07:30

Асҡындар — Бөрөлә

  Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында  бөгөн эш урындары йәрминкәһе уҙа.

Асҡындар — БөрөләАсҡындар — Бөрөлә
Асҡындар — Бөрөлә

 

Был сараға студенттар менән осрашыуға район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина һәм  кадрҙар һорауҙары буйынса сектор  етәксеһе Гөлназ Тәфкил ҡыҙы Имаева бара.

Бай тарихлы университет эшмәкәрлеге тураһында фильм ҡарағандан һуң, сарала ҡатнашыусылар алдында  Бөрө филиалын етәкләүсе В. В. Ғәниев,  уның  уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары А. А. Карамова һәм  ҡабул итеү,профориентация һәм  эшкә урынлаштырыу  бүлеге белгесе  Е. С. Пурина сығыш яһай.

Артбан райондарҙан килгән мәғариф бүлеге  етәкселәре студенттар  менән яҡындан аралашып, үҙҙәрендәге вакансиялар тураһында мәғлүмәт еткерә.

 “Студенттар менән осрашыу бик матур, һөҙөмтәле үтте. Беҙҙең янға ла төрлө райондарҙан студенттар килде. Асҡын районынан да барҙар. Районыбыҙға  эшкә килергә теләк белдереүселәр ҙә бихисап булып сыҡты. Араларында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусы студенттар ҙа бар. Беҙ уларға кәрәкле мәғлүмәтте һөйләп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙек.  Районыбыҙға бигерәк тә математика, физика, информатика, рус, инглиз телдәре уҡытыусылары кәрәк. Бөгөн һөйләшкән студенттар, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Асҡынға эшкә ҡайтыр, тигән өмөттәбеҙ”, — тип һөйләне Зөлфирә Рәдис ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Асҡындар — Бөрөлә
Асҡындар — Бөрөлә
Асҡындар — Бөрөлә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас