Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель 2023, 09:00

Рус теленә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы

Гөлназ Фазлыева ике тиҫтә йылдан артыҡ уҡыусыларға төплө белем бирә.

Рус теленә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы
Рус теленә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы

Яратҡан эшенә бар күңел йылыһын, тырышлығын һалған уҡытыусыларҙың хеҙмәт уңыштары ла оҙаҡ көттөрмәй. Һүҙем — ике тиҫтә йылдан артыҡ уҡыусыларға тәрбиә һәм төплө белем биреүсе, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы Гөлназ Фазлыева тураһында.
Гөлназ Дарвин ҡыҙы 2000 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай һәм уҡытыусы һөнәренең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп, Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
Юғары мәҙәниәтле булыуы, үҙ фәнен, уҡытыу һәм тәрбиә методикаһын яҡшы белеүе, уҡыусылар менән йылы мөғәмәләлә эш итеүе менән Гөлназ Фазлыеваның педагогик эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Ул фән-ара бәйләнештәр принцибын тормошҡа ашырыуға ҙур әһәмиәт бирә. Эҙләнеүсән уҡытыусы балаларҙа башҡа фәндәрҙе үҙләштергәндә лә рус теле буйынса белемдәрҙе ғәмәли ҡулланыуҙы үҫтерә. Дәрестең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө алымдар һәм саралар ҡуллана: индивидуаль дәрестәр, үҙ-ара контролдең төрлө формалары, таблица материалдары, уйындар, төрлө кимәлдәге төркөм биремдәре, белемдәрҙе тикшергәндә тест үткәреү. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы рус телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса танып-белеү эшмәкәрлегенә йәлеп итә.
Гөлназ Фазлыева уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеге тәжрибәһен дөйөмләштереп, район, республика, Рәсәй семинарҙарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның 2021-2022 уҡыу йылдарындағы төп ҡаҙаныштарының береһе дөйөм белем биреү, өҫтәмә, урта һөнәри белем биреү педагогтары өсөн “Ижади дуэт: Уҡытыусы-уҡытыусы” төбәк оҫталыҡ практикалары конкурсында ҡатнашыуы булды.

Конкурстың маҡсаты, положениела билдәләп үтелгәнсә, Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһында “Уҡытыусы-уҡытыусы” оҫталыҡ моделенең абруйын күтәреү ине. Гөлназ Дарвин ҡыҙы остаз сифатында Гөлнара Сабирова менән берлектә жюри иғтибарына 6-сы А һәм 6-сы Б класс уҡыусылары менән үткәрелгән “Кесе Ватан, беҙ һеҙҙә ҡунаҡта!” тип аталған методик эшләнмә тәҡдим итте.
Бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың ижады Балтас еренең талантлы рәссамы Мэлс Вафин ижады менән тығыҙ үрелеп барған дәрес “Ижади дуэт: Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Гөлназ Фазлыеваның уҡыусылары ла йыл һайын төрлө дәрәжәләге олимпиадалар, конкурстар, тикшеренеү эштәре еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбендә. Әйтәйек, 2022-2023 уҡыу йылында 11-се класс уҡыусыһы Диана Хажиева “Бикбай уҡыуҙары-2022” республика конкурсының “Мин тыуырмын яңынан йөҙәр йылдан” номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Был конкурс уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуға, һәләтле уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгәйне”, — тип билдәләне мөғәллимә.
Үткән йыл ахырында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы 6-сы-11-се класс уҡыусылары араһында “Өфө музейҙары уҡыусылар күҙлегенән” темаһына эссе конкурсы үткәрҙе. Бында Гөлназ Дарвин ҡыҙының 7-се класс уҡыусыһы Әмир Мәғзүмов “Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.
“Уҡытыусының бәхет сере нимәлә?” — тигән һорауға:
"Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына ҡағыҙ эшенең күп булыуы, даими эҙләнеүҙәр, яңы технологияларҙы үҙләштереү арҡаһында ваҡыт етмәүҙе һиҙәһең — былар барыһы ла рухи арығанлыҡ тыуҙыра. Планлаштырылғандың бөтәһенә лә өлгөрмәйһең, шуның арҡаһында эш сифатлы килеп сыҡмай, һәм, иң мөһиме — килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлын күрмәйһең кеүек тойола. Шуға күрә үҙ эшеңә вайымһыҙлыҡ тыуҙырмай торған ниндәй ҙә булһа энергия сығанағы табыу бик мөһим. Шул ваҡытта һөнәри һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашыу шундай арығанлыҡтан үҙенә күрә бер төрлө “прививка” булырға мөмкин. Төрлө эксперименттар яһай, анализлай, яңы уйҙарҙы тормошҡа ашыра башлайһың — ә был бөтөнләй башҡа тормош дәрәжәһе. Уҡытыусыға тулы тормош менән йәшәү өсөн даими рәүештә алға барырға кәрәк: кемделер дәртләндерергә, файҙалы эшкә өйрәтергә, ҡыйын ваҡытта йыуатырға, ижади ниәттәргә рухландырырға һәм шул уңыштарҙан үҙеңдә лә ҡәнәғәтлек хисе тойорға. Шул саҡта уҡытыусы булыу бәхете киләсәк", — тине Гөлназ Дарвин ҡыҙы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас