Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2023, 16:00

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

Бөгөн Ҡашҡа урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыларының семинары һөҙөмтәле үтте.

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

 

“Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, бөгөн, 14 апрелдә, райондың башланғыс класс уҡытыусылары семинарға йыйылды. Барыһын да Раушания Мансур ҡыҙы  Шакирова үҙе етәкләгән 3-сө класс уҡыусылары менән йырлап ҡаршы алды. 

Семинарҙа район мәтәптәренән 10 уҡытыусы ҡатнашты .  тәүҙә  4-се класс уҡытыусыһы Алита Фансул ҡыҙы Шабанова рус теленән асыҡ дәрес күрһәтте.

 Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Закирова уҡытыусылар менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.  

Раушания Мансур ҡыҙы  Шакирова менән  Земфира Нурулла ҡыҙы Вәғизова  «Кәкүк сәйе» тигән бик матур һәм йөкмәткеле кластан тыш сара ойоштороп үткәрҙе.

Мәктәп музейы  буйлап экскурсия ла  ойошторолдо.

Сминарҙың йомғаҡлау өлөшөндә мәктәп директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин сығыш яһап, белем усағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

 Ҡаралған асыҡ дәрескә, кластан тыш сараларға анализ эшләнде. Уҡытыусылар үҙҙәренең уй-ҡараштарын, фекерҙәрен белдерҙе. Бөгөн  көнүҙәк булған һорауҙар буйынса ла фекер алышыу булды.

 Уҡытыусы һәм остаз йылында  үткәрелгән был семинар бик һөҙөмтәле һәм файҙалы үтте. Һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алып, тәжрибә уртаҡлашып, үҙ-ара аралашып, фекер алышып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтты.  Сараны урында ойоштороусыларға ҙур рәхмәт”, — тип һөйләне район мәғариф бүлегенең башланғыс кластар буйынса методисы Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Миңлеғәлиева.

 

 

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас