Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Апрель 2023, 16:15

Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, тел ғалимы, Танып ырыуы башҡорто Әхнәф Ибраһим улы Харисов менән балтастар сикһеҙ ғорурлана.

Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте

 Был конференция Балтас ерлегендә беренсе тапҡыр, Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Фән һәм мәғрифәт йылы ҡыҫаларында ойошторолдо.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, тел ғалимы, Танып ырыуы башҡорто Әхнәф Ибраһим улы Харисов менән балтастар сикһеҙ ғорурлана. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡабатланмаҫ тормош ысынбарлығы булып, оло быуын вәкилдәренең хәтерендә, телендә яҡшы һаҡланған. Был рухи байлыҡты йыйыу, һаҡлау, туплау эшенә ҙур көс һалған шәхес ул...
“Харисов уҡыуҙары” конференцияһы - үҫеп килгән быуынды филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы - яҡташыбыҙ Әхнәф Харисовтың тормошон, ижади мираҫын, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатына арналған. Конференцияла район мәктәптәренең 5-11-се класс уҡыусылары, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡатнашты.
“Харисов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһының ойоштороусылары –
- Балтас районы муниципаль районының мәғариф бүлеге;
-  Иҫке Балтас2-се урта мәктәбе;
- Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты;
- “Танып” ырыуы башҡарма комитеты;
Бөгөнгө сарала мәртәбәле ҡунаҡтар
- Субушев Илгиз Әхүәс улы - Балтас районы муниципаль район хакимиәте башлығы;
- Мамаева (Харисова) Зөлфирә Әхнәф ҡыҙы - хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әхнәф Харисовтың ҡыҙы;
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы - тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм тарих һәм дәүләт идаралығы институты доценты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетының баш белгесе;
- Сәлихов Зөфәр Ғәбделәхәт улы - “Табын” ырыуының йәмәғәт советы идараһы ағзаһы;
- Йәһүҙина Зөһрә Хәсән ҡыҙы - Башҡортостан йәштәренең “Йәшлек” гәзите корреспонденты;
- Әлетдинов Рөстәм Фларид улы - тыуған яҡты өйрәнеүсе, Әхнәф Харисовтың туғаны
- Бәхтиев Радик Рәфил улы- төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте “Беҙ башҡортлар” етәксеһе ҡатнашты.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Балтаста "Харисов уҡыуҙары" үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас